1975 йылдың 24 мартында Әзербайжандың Товуз районы Дюз Гырыглы ауылында тыуған. Әсәһе Теһран ханым һөнәре буйынса – химик, атаһы – әҙәбиәтсе, яҡын туғаны Ганзафар Пашаев яҙыусы булараҡ танылған. Ижади мөхиттә тәрбиәләнгән ҡыҙыҡай әҙәби ижадҡа бала саҡтан ылыға. Әммә медицина һәм юриспруденция буйынса юғары белем ала. Медицина университетында уҡығанда телевидениела эшләй башлай. Ошо аҙымы уға билдәлелек алып килә. Журналистикала ул йөҙөп йөрөп эшләй. Утлы нөктәләрҙән дөрөҫ, теүәл мәғлүмәттәр тап Ганира аша килә. Ул 30 китап һәм 100-ләгән йыр авторы. Сәйәсәткә Ганира Пашаева бик иртә йәлеп ителә. 2005 йылдан Гейдар Алиев фондын етәкләй.