«Беҙ уның яҙмышын ашығып хәл итмәҫкә һөйләштек. Әгәр предприятие үҙе беҙҙең ярҙам менән һатыу баҙарҙарын эҙләмәһә, беҙгә үҫешеү ҡатмарлыраҡ булыр, — тине республика етәксеһе һәм сәнәғәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрит Ғилмановҡа ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылырға ҡушты.
Дәүләт башлығы менән осрашыу ваҡытында Өфө — Ағиҙел тимер юл тармағы төҙөлөшө мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәй Президенты тейешле йөкләмәләр бирҙе.
«Эшкә тотонорға кәрәк. Ошо йүнәлештә тәүге аҙымды яһаныҡ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимовҡа мөрәжәғәт итеп.
Владимир Путин менән осрашыуҙа фән-мәғариф үҙәге, кампус мәсьәләһе, федераль университет темаһына дөйөм ҡараштар тураһында һүҙ барҙы. Рәсәй Президенты ошо мәсьәләләр буйынса кәрәкле йөкләмәләр бирҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.