-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Август 2019, 11:26

Йылы көндәр көтөлә

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ йылы һауа торошо көтөлә. 22 августа, республика биләмәһендә көн аҙ болотло буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +21,+26, көньяҡта +30 градусҡа тиклем.

Йома, 23 августа, көндөҙ һауа +25,+30 градусҡаса йылына, төндә +12,+17, көнсығышта +7-гә тиклем. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән.