«… был үҙебеҙ теләгәнсә һәйбәт йәшәйбеҙ тигәнде аңлатмай... Ә Башҡортостандың халыҡтың лайыҡлы тормошо өсөн ҙур потенциалы булыуы һәм бында эшһөйәр кешеләрҙең йәшәүе хаҡында һөйләй. Һуңғы ярты йылда, уҙған йылдарҙың ошо уҡ осорҙары менән сағыштырғанда, беҙҙә инвестициялар арта; Волга буйы федераль округында иҫәпләнгән эш хаҡы буйынса – бишенсе урындан өсөнсөгә, ә реаль хеҙмәт хаҡы буйынса беренсегә күтәрелдек. Әлегә граждандарыбыҙҙың барыһы ла килеме менән ҡәнәғәт түгел. Әгәр һәр кем үҙенең яуаплылыҡ зонаһында был үҫешкә булышлыҡ итһә; әгәр ошо үҫеш ниндәйҙер борсолоуҙар менән бәйле булмаһа, ә планға ярашлы һәм ышаныслы барһа – ул саҡта социаль-иҡтисади блоктағы һәр кемдең ҡулын ҡыҫырмын. Ә әлегә – эшкә», — тип яҙҙы республика етәксеһе.