+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Август 2019, 12:31

Бөгөн – Рәсәй флагы көнө

22 август иҫтәлекле даталар календарында - Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө булараҡ урын алған. 1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй Президент Борис Ельцин ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указға ярашлы, Рәсәй дәүләт флагы көнө 22 августа билдәләнә.

Дәүләт флагы тигеҙ ҙурлыҡтағы өс горизонталь буйҙан (өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы ҡыҙыл төҫтә) торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Киңлегенең буйына нисбәте - 2:3.
1705 йылдың 30 ғинуарындағы император Петр I Указына ярашлы, барлыҡ сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрелергә тейеш була. Туҡыманың өлгөһөн батша үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
1858 йылда Александр II Рәсәй Империяһы флагының төҫтәрен ҡара-һары-аҡҡа үҙгәртә. 1883 йылда Александр III дәүләт символын кире аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫкә ҡайтара. Был үҙгәреш тик 1896 йылда ғына рәсьмиләштерелә.
Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.
Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Читайте нас: