Инвестициялар йәлеп итеүҙә “Инвестсәғәт”тәр үткәреүҙең әһәмиәте бик ҙур. Махсус үткәрелгән был сәғәттәрҙә 132 млрд. һумға торошло 71 проект ҡаралған. Уларҙы тормошҡа ашырыу 13 мең яңы эш урыны булдырасаҡ.
1 ғинуарҙан республика бюджет системаһына 87 млрд. һум һалым һәм һалым булмаған түләүҙәр ингән. Килем күләме 7,6 млрд. һумға (9,6 процентҡа) артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округта өсөнсө урын биләй.
Республикала эшһеҙлек кимәле 4,9 проценттан 4,5 процентҡа тиклем түбәнәйгән. Бюджет системаһында эшләгәндәрҙең эш хаҡы 8,8 процентҡа артҡан.