Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, инфраструктура яҡшыра, Иҡтисади үҫеш министрлығы өс индустриаль парк булдырыу өсөн өс ғаризаны хуплаған.
«Мин «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвестициялар клубын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Эксперттар менән тығыҙыраҡ эшләү, яңы идеялар тыуҙырыу, ҡарарҙар ҡабул итеү, республикала эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләү өсөн беҙгә ошондай кәңәшләшеү майҙансығы кәрәк. Клуб бер нисә номинацияла «Йыл инвесторы» премияһын тапшыра һәм еңеүсене билдәләй. Беренсе ултырышты йыл аҙағында үткәрергә тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе йәнә республикала инвестицияларҙың ошолай артыуы тәүгә күҙәтелеүен һәм бының ҙур, яйға һалынған эш һөҙөмтәһе икәнен билдәләне. Уның фекеренсә, власть бизнесҡа ярҙам иткән осраҡта ғына шундай алға китеш булыуы мөмкин.
«Тағы шуны әйткем килә: республиканың ҙур предприятиелары үҙҙәре лә еңеп сығыр, үҙҙәренең инвестиция программалары бар, беҙгә иң мөһиме – уларҙың эргәһендә булыу. Беҙгә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итергә, инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләргә кәрәк», — тине төбәк етәксеһе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин
Фото glavarb.ru сайтынан алынды.