Бөгөнгө көндә тикшереү органдары предприятиела документтар тикшерә, һыу анализын өйрәнә. Тикшереү һөҙөмтәләре 27 августа билдәле буласаҡ.
«Полиэф»та ла был осраҡ буйынса эске тикшереү үткәрелә.
Бөгөн Иҙәк һәм Өфө йылғаларында һыу күрһәткестәре норматив күрһәткестәргә тулыһынса тап килә, тип белдерә Башҡортостан Республикаһы буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре. Эсәр һыуға бысраныу хәүефе янамай. Шуға ҡарамаҫтан, был хәлде контролдә тотоу дауам итә. Әлеге ваҡытта Иҙәк йылғаһында экологик хәл яйға һалына.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Благовещен районында Иҙәк йылғаһын химик матдәләр менән бысратҡан «Полиэф» заводының тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡапларға тейешлеген билдәләне.
«Килтерелгән зыянды аңлау һәм баһалау буйынса эште аҙағына тиклем еткерергә кәрәк. Компания етәкселеге беҙҙең менән асыҡ эш итә һәм беҙҙе ишетә. Әлбиттә, законлы процедуралар сиктәрендә улар килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш», — тип белдерҙе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.