Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге Өфө айырым отрядында данлыҡлы генералдың тыуған көнөн тантаналы рәүештә билдәләнеләр. Хеҙмәткәрҙәргә Салауат Хәмиҙуллиндың Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы документаль фильмы күрһәтелде.
Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей етәксеһе Фәриҙә Йосопова, Башҡорт дәүләт университетының доценты Нурислам Ҡалмантаев Миңлеғәле Шайморатовтың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләне. Ошонда уҡ дивизя командирының тормош юлына ҡағылышлы күргәҙмә ойошторолғайны.
1942 йылдың 25 мартында Өфөнөң Совет майҙанында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын фронтҡа оҙатыу тантанаһы була. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, тип хәбәр иткәйне. Бөгөнгө көндә һәйкәлдең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисаптары 2019 йылдың 26 авгусына тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә.