-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2019, 11:13

Республикала Ҡорбан байрамында почта бүлексәләре нисек эшләй – график

«Рәсәй почтаһы» Ҡорбан байрамы көнөндә Башҡортостандағы бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.Быйыл Ҡорбан байрамы йәкшәмбегә тура килә. Шуға ярашлы, йәкшәмбе 11 августағы ял көнө дүшәмбе 12 авгусҡа күсерелә.

«Дүшәмбе 12 август Башҡортостандың почта бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителгән. Был көндө гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай, — тип билдәләне Федераль почта элемтәһе республика идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Дүшәмбегә билдәләнгән график буйынса был көндө республика ҡалаларында урынлашҡан ҙур почта элемтәһе бүлексәләре генә эшләй».
Федераль почта элемтәһенең төбәк идаралығы вәкиле һүҙҙәренсә, шәмбе 10 августа республиканың барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Йәкшәмбе 11 август — Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көнө.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева.
Олег Яровиков фотоһы
Читайте нас в