+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
8 Август 2019, 11:39

Владимир Путин “Сириус” үҙәгендә булды

Сочилағы “Сириус” үҙәгендә Владимир Путин “Талант һәм уңыш” мәғариф фондының бағыусылар советы кәңәшмәһен үткәрҙе. Ил башлығы “Сириус” үҙәгенең “Мәктәп” тип аталған яңы корпусын ҡараны. Унда профилле йүнәлештәге һәм шулай уҡ инженер-математика, химия-биология программалары буйынса дәрестәр үткәрелә. Корпуста бер юлы 800 бала уҡый ала.

Президент төбәк үҫмерҙәр хоккей командалары тренерҙары һәм спортсылары өсөн ойошторолған семинар барышын ҡараны. Әҙерлек программаһы тураһында Владимир Путинға Рәсәй хоккей федерацияһы башлығы Владислав Третьяк һөйләне.
Ғөмүмән, 2015 йылдан алып “Сириус” үҙәгендә илдең барлыҡ төбәкттәренән 30 мең һәләтле бала белемен камиллаштырған, яңы йүнәлештәр буйынса уҡыған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: