+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2019, 10:50

Яңы йылдан балаларға пособие күләме арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаиләлә беренсе һәм унан һуң тыуған балаға ай һайын бирелә торған пособие түләү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер был түләүҙе бер кешегә айлыҡ килемдәре төбәктәрҙә билдәләнгән йәшәү минимумыннан 1,5 тапҡыр артмаған ғаиләләр ала.

Яңы закон буйынса иһә, беренсе йәки икенсе бала өсөн пособиеларҙы тейешле субъектта билдәләнгән йәшәү минимумыннан 2 тапҡыр күләменә тиклем арттыру күҙаллана. Шулай уҡ беренсе һәм икенсе балаға 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем йәшәү минимумы күләмендә айлыҡ түләүҙәр ҙә инә. Яңы закон беренсе йә иһә икенсе балалары тыуған 70 процентҡа яҡын ғаиләләргә ҡағыласак.
Әле был пособиенең күләме 50 һум тәшкил итә. Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: