Бөгөнгө көндә Красноярскийҙа һыу һибеү ҡулайламаһы менән йыһазландырылған 10 Ил-76 самолеттарынан һәм 10 вертолеттан торған хәрби-һауа көстәре группировкаһы тупланған. Летчиктар махсус әҙерлек үткән, төрлө төбәктәрҙә тәбиғи янғындар һүндереүҙә ҡатнашҡандар һәм был йәһәттән ҙур тәжрибә туплағандар.
Әле барлығы 2,7 млн. гектар ерҙә урман яна. Был - былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 12% күберәк майҙан. Дүрт төбәктә гәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Бигерәк тә ҡатмарлы хәл Иркутск өлкәһендә, Красноярск крайында, Яҡут һәм Бүрәт республикаларында.