+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2019, 12:43

Рәсәй халҡын августа ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Был айҙа эшләп йөрөүсе хаҡлы ялдағыларҙың тәүге тапҡыр пенсия аҡсаһы индексациялана. Уны ҡайтанан иҫәпләү өсөн документтар тапшырыу талап ителмәй. Индексация, эш биреүселәре страховкалау иғәнәләрен түләгән хаҡлы ялдағыларға ла ҡағыла. Бөгөндән, былтыр эшләгән хаҡлы ялдағыларҙың страховкалау пенсияһы ла ҡайтанан иҫәпләнә башлай.

Шулай уҡ августа Рәсәйҙен ете төбәгендә торлаҡ-коммуналь хужалығы түләүҙәрендә яңы пункт барлыҡҡа киләсәк. Мәскәү, Новосибирск, Төмән, Тверь, Свердлов һәм Ленинград өлкәләрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында торлаҡты ирекле страховкалау индерелә.
Емеш-еләк һәм сәскәләрҙе багажда алып йөрөтөү буйынса закон ғәмәлгә яраҡлаштырыла. Ай аҙағына закондар сығарыу системаһында тағы ла бер үҙгәреш көтөлә. Кешеләрҙе “эш хаҡы ҡоллоғона” (махсус рәүештә тейешле эш хаҡын бирмәй айҙан айға һуҙа, шул уҡ ваҡытта, яҡын арала аҡса бирәм тип, эшсене өмөтләндерә) индергән эш биреүселәр яуаплылыҡҡа тарттырыла башлай.
Читайте нас: