+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2019, 11:14

Хәрбиҙәр Себерҙәге янғынға ҡаршы көрәш башлай

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Оброна мининстрлығы көстәре Себерҙәге янғынды һүндереүҙә ҡатнашасаҡ. Был ҡарар кисә, 31 июлдә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничевтың ил етәксеһенә докладынан һуң ҡабул ителде.

Әлеге ваҡытта урман янғыны Таймыр, Эвенкия, Красноярск крайының Богучанск, Енисейск, Мотыгинск һәм Абан райондарында теркәлгән. Янғынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл Иркутск өлкәһе, Красноярск крайы, Бурятияның - ике һәм Яҡут Республикаһының бер районы биләмәләрендә индерелгән.
Владимир Путин шулай уҡ ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн йүнәлтелгән Хәрби Көстәр төркөмөн махсус ҡарар сыҡҡанға тиклем Иркутск өлкәһендә ҡалдырырға ҡушты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: