-11 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Июль 2019, 14:47

1 августан республиканың 248 мең пенсионерына арттырылған пенсия түләнә башлай

Августан 2018 йылда эшләгән республика пенсионерҙары арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын августа яңынан иҫәпләү буйынса бөтә кәрәкле эштәр тамамланған. Эш биреүселәр уҙған йыл өсөн иҫәпләп яҙылған взностар тураһында мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тапшырған һәм Пенсия фонды уларҙы страховкаланған кешеләрҙең шәхси иҫәптәренә теркәгән.
«Августа өҫтәмәнең күләмә индивидуаль һәм эшләгән осорға, эш биреүселәрҙән Пенсия фондына күсерелгән страховка взностарының суммаһына бәйле. Республиканың 248 мең пенсионеры яңы күләмдәге пенсия аласаҡ. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән», — тине Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
График буйынса пенсия түләү почта элемтәһе бүлексәләрендә 2 августан 24-енә тиклем башҡарыла. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева