-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2019, 11:02

Волга буйы халыҡтарының аудиовизуаль энциклопедияһына Башҡортостан тураһында материалдар инә

Һамар өлкәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин гранты менән хупланған ҙур проект – «Сығанаҡтарға ҡайтыу» аудиовизуаль энциклопедияһы өҫтөндә эш башланды.

Был этнографик экспедициялар серияһы. Волга буйы федераль округында йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары тураһында видеофильм уның һөҙөмтәһе буласаҡ.
Фильм Башҡортостан, Марий Иле, Удмуртия, Мордовия, Сыуашстан, Татарстан респуликаларында, Пермь крайында, шулай уҡ Киров, Нижегород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә төшөрөләсәк.
Проект Этник-ара журналистика гильдияһының Һамар бүлексәһе менән берлектә «Берҙәмлек» социаль һәм мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы тарафынан әҙерләнгән.
«Был илебеҙҙең бай мәҙәни, шулай уҡ тарихи мираҫын йәнә бер тапҡыр күреү һәм яңынан аңлау өсөн яҡшы мөмкинлек. Хәҙер халыҡ ижады – ауылдарҙа әбейҙәр генә түгел, үҙ эшен ихлас яратҡан, уның өсөн янып-көйгән ҙур йәштәр, энтузиастар төркөмө, улар хаҡында һөйләргә теләйбеҙ», — тиҙәр проекттың инициаторҙары Арина Фечина һәм Дмитрий Мюльбах.
Волга буйы федераль округында фильмды июлдә төшөрә башлайҙар һәм ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проект менән таныштырыу декабргә билдәләнгән.
Видеофильмдарҙың төп геройҙары – ул ижади берләшмәләр, төп сығанаҡҡа таянған башҡарыусылар, музыкаль профессиональ коллективтар, шулай уҡ халыҡ кәсептәре оҫталары.
Аудиовизуаль энциклопедияға ингән материалдар төбәк телеканалдарында күрһәтеләсәк, шулай уҡ өлкә мәҙәни һәм милли үҙәктәренә тапшырыласаҡ.
Ойоштороусылар видеофильмды 28 миллиондан ашыу кеше ҡарар тип күҙаллай. Хәҙер проект командаһы төшөрөү уҙасаҡ Волга буйы феераль округы райондарын һәм ҡалаларын асыҡлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
#ВладимирПутин
Читайте нас: