-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2019, 19:26

Психотерапевт үҙәге инвалид бала тәрбиәләгән әсәләргә консультация үткәрә

“Әсә йөрәге” Әсәләр советы Башҡортостан Республикаһы төбәк ижтимағи йәмғиәте башланғысында, республиканың Һаулыҡ һаҡлау Министрлығы күрһәтмәһе буйынса Республика клиник психотерапевт Үҙәге инвалид бала тәрбиәләгән әсәләргә консультация үткәрә. Психотерапевт-табип һәм психологтарҙың ярҙамы амбулатор һәм стационар шарттарҙа бушлай ойошторола.

Ҡабул итеү Өфөлә Менделеев урамы, 136/5; Ш.Руставели урамы, 29; Энтузиастар урамы, 6 адрестары буйынса үткәрелә.
Йыл башынан үткән 6 айҙа белгестәр барлығы 54 ауырыуҙы ҡабул итте. Шуларҙың 14-е көндөҙгө стационарҙа ярҙам алһа, 3 кеше тәүлек әйләнәһе эшләгән стационарҙа ятып сыҡҡан.
Ауырыуҙар менән индивидуаль эшләүҙән тыш, яҡын арала, уларҙы төркөмдәргә туплап, төрлө йүнәлештәр буйынса тренингтар, лекциялар, әңгәмәләр ойоштороу ҡарала.
Килеү графиктарын һәм йүнәлтмәләр алыуҙы “Әсә йөрәге” Әсәләр советы төҙөй һәм ойоштора. 8(347) 285-77-07 берҙәм телефон буйынса бушлай ҡабул итеүгә (ҡулығыҙҙа Әсәләр советының йүнәлтмәһе булған осраҡта) яҙылырға һәм консультациялар өсөн ҡулай ваҡытты һайларға мөмкин.
Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн консультацияны психотерапевт-табип һәм психологтан түбәндәге медицина учреждениеларында ла алыу мөмкинлеге бар:
ГАУЗ РКПЦ МЗ РБ,
ГБУЗ РБ ГБ №2 г.Стерлитамак,
ГБУЗ РБ Архангельская ЦРБ,
ГАУЗ РБ Учалинская ЦРБ,
ГБУЗ РБ ГБ г.Сибай,
ГБУЗ РБ Кигинская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Верхнеяркеевская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Мелеузовская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Краснокамская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Чекмагушевская ЦРБ,
ГБУЗ РБ ЦГБ г.Кумертау,
ГБУЗ РБ Бирская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Бакалинская ЦРБ,
ГБУЗ РБ Мраковская ЦРБ,
ГБУЗ РБ г. Белорецк,
ГБУЗ РБ Белокатайская ЦРБ.
Читайте нас: