+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Июль 2019, 12:31

Телефон аша һөйләшеү булды

Кисә Президент Владимир Путин Украина етәксеһе Владимир Зеленский менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып барҙы, тип әйтелә Кремль сайтында. Әңгәмә Киев инициативаһы буйынса ойошторолған.

Ике Президент һөйләшеүендә Донбасстағы ваҡиғалар һәм әсирҙәр менән алышыу тураһында һүҙ барған. “Был эште эксперттар кимәлендә артабан дауам итеү хаҡында килешеүгә өлгәшелде”, – тип хәбәр итә Рәсәй Президентының пресс-секретары Дмитрий Песков. Бынан тыш, етәкселәр Норманд форматында бәйләнештәрҙе дауам итеү хаҡында фекер алышҡандар.

Украина яғынан хәбәр итеүҙәренсә, һөйләшеүҙең төп темаһы Керчь боғаҙында ҡулға алынған хәрби моряктарҙы иреккә сығарыу булған.

Шуны өҫтәргә кәрәк: был – Владимир Зеленский юғары вазифаға һайланғандан бирле ике Президенттың тәүге бәйләнеше.



Читайте нас: