0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
11 Июль 2019, 16:23

Юғары технологиялы йүнәлештәрҙе үҫтереү юлында

Кремлдә Президент Владимир Путин ҡатнашлығында юғары технологиялы йүнәлештәрҙе үҫтереү ниәттәре тураһында Рәсәй Хөкүмәте һәм дәүләт ҡатнашлығы булған иң эре ойошмалар араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу церемонияһы булды. Программаға инергә Һаҡлыҡ банкыһы (“Яһалма интеллект” йүнәлеше), “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте (“Квант коммуникациялары” йүнәлеше), “Росатом” корпорацияһы (“Яңы материалдар һәм матдалар булдырыу технологияһы” йүнәлеше), “Ростех” корпорацияһы (“Интернет тапшырыуҙары” һәм элемтәнең яҡын һәм урта радиустарҙағы сымһыҙ бәйләнешен тәьмин итеү буйынса яңы быуын технологияһы” йүнәлеше) теләк белдерҙе.

- Барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ – фәҡәт ошо йүнәлештәр беҙҙең илдең генә түгел, ә тотош донъя иҡтисадының киләсәген билдәләй. Киң ҡулланышы, күп тармаҡтарҙы үҙ эсенә алыуы менән улар Рәсәйгә, ысын мәғәнәһендә, алға кинәт ынтылыу өсөн шарттар тыуҙырасаҡ, мөһим өлкәләрҙең сифат яғынан юғары кимәлгә күтәрелеүенә булышлыҡ итәсәк.

Бөгөн донъяла киләсәк технологияларына эйә булыу өсөн конкуренттарҙың глобаль уҙышы бара. Беҙҙең бурыс – ваҡытты бушҡа сарыф итмәй был йәһәттән иң алдынғы илдәр рәтенә сығыу, Рәсәйҙең технология суверенитетын, илебеҙҙең алдынғы дәүләттәр араһында лайыҡлы урын алыуын тәьмин итеү, - тине Президент, сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап.

Интернет сығанаҡтарына таянып, Рәсүл Байгилдин әҙерләне.



Читайте нас: