+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 12:33

Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы гөрләп үтте

Быйыл Бөрө ҡалаһы республикала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап үткәрелгән байрамдың үҙәгенә әүрелде. Ғаилә фестивале рәүешендә ойошторолған ҙур сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Рима Баталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Бөрөләр сараның программаһын бик бай һәм тәрән эстәлекле итеп әҙерләгәйне. Ҡала майҙанында йәрминкәләр, күргәҙмәләр урын алды, милли кәсептәр оҫталығы дәрестәре күрһәтелде. Ҡул эштәре йәрминкәһе лә күптәрҙе йәлеп итте. Башҡорт, рус, мари, сыуаш, удмурт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары яңғырап торҙо. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа мауыҡтырғыс был сараларҙан ҡәнәғәт ҡалды.
– Ғаилә – йәшәүгә, хеҙмәткә көс биреүсе иң юғары һәм мөһим төшөнсә. Беҙҙе байрамға саҡырғаны өсөн Бөрө халҡына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бөгөн матур йолаға нигеҙ һалабыҙ. Артабан йыл да ошо бәрәкәтле, ҡунаҡсыл ерҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәкбеҙ. Әлбиттә, ҡалаға ла беҙҙең яҡтан иғтибар ҙур буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы байрамды асыу тантанаһында, тотош республика, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла тәбрикләне:
– Ғаиләлә бер-беребеҙгә һаҡсыл, итәғәтле мөғәмәлә һаҡлайыҡ. Беҙ ҡабыҙған йылылыҡ эргәләге тағы кемделер йылытырға етһен. Теләгем шул: бәхетле һәм мөхәббәтле булайыҡ, – тине ул.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Каринэ лайыҡлы дүрт ғаиләгә “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалын тапшырҙы. Улар: Стәрлетамаҡтан Вәсилә һәм Айрат Зариповтар, Мишкә районынан Мария һәм Андрей Михайловтар, Көйөргәҙе районынан Татьяна һәм Константин Сергеевтар, Бөрө районынан Ирина һәм Александр Федориндар. Был ғаиләләрҙең һәр береһе ҡаһарманлыҡ, бер-береһенә булған мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө.
Ошондай уҡ бүләккә Өфөнән Галина һәм Александр Бурениндар, ә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына Бөрөнән Рәсүлә һәм Салауат Усмановтар, Благовещен районынан Надежда һәм Анатолий Яриндар, Борай районынан Гөлфинә һәм Шамил Миңләхмәтовтар, Илеш районынан Рүзилә һәм Камил Фәтхетдиновтар, Кушнаренко районынан Альбина һәм Әмир Замановтар, Мишкә районынан Ирина һәм Георгий Аликаевтар, Өфө районынан Мәрйәм һәм Салауат Булатовтар, Саҡмағош районынан Сәриә һәм Илфир Хөснөтдиновтар лайыҡ булды. Уларға наградаларҙы Валентина Петренко, Ленара Иванова, Рима Баталова тапшырҙы.
“Йыл ғаиләһе-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңгән ғаиләләр ҙә тәбрикләнде: күп балалы ғаилә номинацияһында еңеү яулаған Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар һәм "Ғаилә – йолалар һаҡлаусы" номинацияһында еңгән Дүртөйлө районы кешеләре Лиана һәм Ринат Байморатовтар. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән етәксе Эльвира Айытҡолова бүләкләне.
Байрам ҙур концерт һәм салют менән тамамланды. Тамашасыларҙы билдәле сәнғәт оҫталары Асҡар Абдразаҡов, Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова, ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ғаиләһе, Заһир Зәйнетдинов һәм башҡа сәхнә оҫталары һоҡланғыс сығыштары менән ҡыуандырҙы.

“Башинформ” агентлығы һәм башҡа Интернет сығанаҡтарҙы файҙаланып, Рәсүл Байгилдин әҙерләне.

“Башинформ” агентлығы фотоһүрәттәре.


Читайте нас: