-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 13:31

Ҡәйнә менән килен

Йәш килен йылғала сайҡаған керҙәрен көйәнтәләп, ҡайтып ингән. Әммә ҡәйнәһе уны: “Кереңде насар сайҡағанһың”, - тип йылғаға кире ебәргән.

Килен, быға бик ныҡ ғәжәпләнһә лә, ҡабаттан йылғаға киткән һәм керҙәрен йәнә бер ҡат сайҡаған. Тик ҡәйнәһе уны йылғаға тағы ҡыуған. Килене инде керҙәрен өсөнсө тапҡыр сайҡаған. Итегенең йөҙлөгөнә төшкән таптарҙы ла йыуып төшөргән. Был юлы уны ҡәйнәһе йылмайып ҡаршы алған.

- Керҙәреңде бик матур итеп сайҡағанһың, - тип маҡтаған.

Эштең сере бары тик итектәрҙә генә икәне йәш килендең башынала инеп сыҡмаған шул.

“Башҡортостан ҡыҙы, №4, 1968.

Читайте нас: