+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2019, 11:33

Яңы мәҙәни усаҡтар гөрләйәсәк

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостанда ауыл ерендә ике мәҙәни-ял бинаһы төҙөләсәк.

Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынлыҡ, Салауат районы Мөрсәлим ауылында 200 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йорттары сафҡа индереләсәк. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәҙәниәт йорто, сәнғәт мәктәбе, китапхана, балалар өсөн түңәрәктәр, уйын бүлмәләре, хатта кафе урын алыр, тип күҙаллана.
Заманса, иркен тамаша залы тауыш, яҡтылыҡ техникаһы, кино һәм виртуаль концерт сараларын, фильмдар күрһәтеү мөмкинлеген биргән мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Сәнғәт мәктәбендә балалар “Фортепиано”, “Халыҡ уйын ҡоралдар” (баян, ҡурай), “Хореография”, “Һынлы сәнғәт” йүнәлештәре буйынса уҡый аласаҡ.
Үҙәктәр ишеге бөтә теләүселәр: уҡыусылар, пенсионерҙар, йәш ғаиләләр өсөн асыҡ буласаҡ. Унда ауыл халҡының мәҙәни үҫеше, матур ялы, спорт (фитнес, аэробика һ.б.) менән шөғөлләнеүе өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыласаҡ.
Бөгөнгө көнгә төҙөлөш-монтаж эштәре үткәреү өсөн подряд ойошмаһын билдәләүгә конкурс уҙғарылған. Объекттар буйынса дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән һәм төҙөлөш башлана.
Читайте нас в