+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Май 2019, 19:29

Башҡортостан Республикаһының V Граждандар форумы үтте

“Торатау” конгресс-холында барған сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Республика Йәмәғәт палатаһының 10 йыллығына арнап ойошторолдо.

Форумда ҡатнашыусы һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырғанды таба ала. Ун өс майҙанда хәүефһеҙлек, экология, иҡтисад, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш, патриотизмды һәм волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү, краудфандинг, кеше хоҡуҡтарын яҡлау, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү өсөн инфраструктуралар булдырыу, йәмәғәт контроле мәсьәләләренә арналған һөйләшеүҙәр алып барылды.
Республикабыҙҙың гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҙ-ара килешеп эш итеүенең иң яҡшы өлгөләре йыйынтыҡ булып баҫылған. “Баҫма урындағы власть органдарына ла, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ла, әүҙем граждандарға ла берҙәй файҙалы буласаҡ”, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

Быйылғы форумда меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Сараға Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарынан, Һамар, Ульяновск өлкәләренән, Сыуашстандан, Мәскәүҙән ҡунаҡтар саҡырылған.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.
Читайте нас: