-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2019, 11:02

Башҡорт теленән диктант быйыл беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлендә үткәрелә

Өфөлә сара 18 май иртәнге сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университеты бинаһында башлана.

Бында ике аудитория эшләйәсәк: туған телде яҡшы белгәндәр һәм яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн. Шулай уҡ диктант барышын онлайн күрһәтеү ойоштороласаҡ.

Диктант уҡыр өсөн Рәсәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йәмәғәт эшмәкәре Ростислав Мырҙағолов саҡырылған.

Баш ҡалала сара тағы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, “Радость есть” һәм “Ҙур нәнәй” кафеларында үтә. Бында диктант тексын Ҡоролтай–Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова, блогер Фидан Ҡолмөхәмәтов менән рәссам Камил Буҙыҡаев уҡыясаҡ.

Башҡортостан буйынса диктант яҙыу 800 урында, Рәсәй төбәктәрендә – 18, сит илдәрҙә – 17 ерҙә ойошторола.


Диктант үткәреү шарттары менән түбәндәге һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ https://vk.com/bashdictant

Зөлфиә Басирова әҙерләне.

Читайте нас: