Иң яҡшы төбәк тәжрибәләренең береһе тип Башҡортостандың «Үҫмер» социаль ҡунаҡханаһын, уның ҡарамағындағы «Ғаилә усағы» балалар һәм ата-әсәләр клубын ойоштороу проекты танылыуы бик ҡыуаныслы. Проекттың маҡсаты – үҫмерлек осорона ингән балалары менән ата-әсәләрҙең мөнәсәбәттәрен яйға һалырға ярҙам итеү, балаларҙы йәмғиәткә уңышлы яраҡлаштырыу. “Был клубҡа, уңышһыҙ ғаиләләрҙән бигерәк, үҫмер ҡыҙҙары һәм улдары менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар барлығын белгән, уларҙы хәл итергә тырышҡан ғаиләләр килә”, – ти проект авторҙары командаһы – “Ғаилә” район-ара үҙәге етәксеһе Миләүшә Мырҙағәлина.
Анна Кузнецова проектты юғары баһаланы, уны башҡа төбәктәргә лә таратыу кәрәклеген белдерҙе.