-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2019, 16:32

Бала саҡ бәхетле булһын өсөн

Бөгөн Өфөлә "Торатау" Конгресс-холында "Бала саҡ векторы - 2019" Бөтә Рәсәй конгресы асылды.

Ул ике көн дауам итәсәк. Конгреста демография сәйәсәтенең, һөҙөмтәле төбәк ғаилә сәйәсәтен булдырыуҙың, ғаилә институтын дәүләт яҡлауы сараларын камиллаштырыуҙың, төбәктәрҙә балалар өсөн заманса инфраструктура төҙөүҙең мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк. Форумда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Уның сиктәрендә Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙарҙың XVI съезы һәм Башҡортостан Республикаһының III Ата-әсәләр форумы уҙасаҡ.
Читайте нас: