-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2019, 19:19

«Тиҙ ярҙам» ветераны

«Тиҙ ярҙам» машинаһының үҙәк өҙгөс сигналын ишетеп, йөрәк жыу китә: кемдең генә ғүмере ҡыл өҫтөндә икән, тиҙерәк барып, ҡотҡарып алып ҡалһындар ине... Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, өлгөлө хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Өфө һаулыҡ һаҡлау идаралығының Почет Грамоталары менән билдәләнгән Флариса Борис ҡыҙы Зөбәйҙуллина – егерме туғыҙ йыл ғүмерен йөрәк өйәнәге башланып, хәл өҫтөндә ятҡан ауыр сирлеләргә йән өрөүгә бағышлаған табип-кардиолог. Баш ҡалабыҙҙың Совет, Ленин, Киров райондарын хеҙмәтләндергән Ленин районы «тиҙ ярҙам» подстанцияһының тәжрибәле, хөрмәтле ветераны ул.

– Флариса Борисовна, «тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә шулай оҙайлы эшләү өсөн табипҡа айырым сифаттарға эйә булырға кәрәкме?
– Беҙҙең эштә иң тәүҙә түҙемлелек һәм эшеңде яратыу кәрәк. «Тиҙ ярҙам» машинаһы менән сменаға 7 – 14 тапҡыр йөрәк өйәнәге башланған пациент янына ашығабыҙ. Юлға сыҡҡанда башта бер генә уй: ҡотҡарып ҡалып булырмы? Иң үкенеслеһе – сирленең һинең ҡулыңда үлеүе, уны операция өҫтәленә алып барып өлгөрмәү. Бөгөн инфаркттың йәшәреүе күҙәтелә. Хатта 27 йәшлек егеттең шул сирҙән донъя ҡуйыуын нисек аңлатаһың? Әлбиттә, араларында наркомандар, эскеселәр бар. Уртаса 10 – 15 минут эсендә сирле янына барып етәбеҙ, уның ҡан баҫымын булдырып, иҫенә килтереп, ҡалабыҙҙың кардиология үҙәгенә дауаланырға илтеп тапшырабыҙ.
– Смена буйы шундай көсөргәнешлекте нисек күтәрәһегеҙ?
– Минеңсә, кешене үлемдән ҡотҡарыуҙан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ. Донълағы иң ҙур хазина – кеше ғүмере – һинең ҡулыңда. Ошоно тойоу табипҡа оло яуаплылыҡ, бөтмәҫ көс өҫтәй. Көнөң ниндәй көсөргәнешле үтһә лә, ҡотҡарылған ғүмерҙәрҙе барлап, сменаңды ҡәнәғәт күңел менән тамамлайһың. Үҙем менән бергә оҙаҡ йылдар бергә Ленин районы «тиҙ ярҙам» подстанцияһында эшләгән уңған коллегаларым Ольга Афанасьева, Михаил Сальников, Миләүшә Хөсәйенова, Дилара Самсова, Наилә Хәнәфиналар ҙа минең һөнәри, рухи яҡтан үҫеүемдә ҙур роль уйнаны. Өлгөлө хеҙмәттәре, үҙемә күрһәткән ихтирамдары өсөн ҙур рәхмәт уларға.
– «Һаулыҡ» милли проектының эшегеҙгә йоғонтоһо бармы?
– Был проект сиктәрендә Өфө ҡала «тиҙ ярҙам» хеҙмәтенең баш табибы Марат Миҙхәт улы Йыһаншин «тиҙ ярҙам» машиналарын заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға ҙур көс һалды. Яңы ҡорамалдар сирлегә машинала уҡ реанимация үткәрергә мөмкинлек бирә, тәүге ярҙам күрһәтеү сифатын арттыра, үлем осраҡтарын кәметә.
– Яҙмыш һеҙҙе нисек Өфөгә илтте?
– Салауат районы Икенсе Иҙелбай ауылында ете балалы ғаиләлә тыуғанмын. Әсәйем Мәхмүрә һатыусы, һауынсы булып эшләһә лә, республика, район матбуғатына яҙышып торҙо. «Башҡортостан ҡыҙын» тәүге һандарынан алдырҙы. Һуңғы йылдарҙағы төҫлө журналды ҡулына алыр ҙа: «Шунда минең ҡыҙымда ла яҙһаларсы», – тип хыяллана торғайны.
Атайым «Һарғамыш» совхозында шофер булды. Гел «бишле»гә уҡыным, дүртенсе синыфты бөткәс, әсәйем Өфөлә һәләтле балалар өсөн мәктәп бар икән, тип, 1-се республика башҡорт гимназияһы-интернатына килтереп ҡалдырҙы. Тик «бишле»гә өлгәшкәнгә, күп балалы ғаиләнән дә булғас, имтихан да бирҙереп торманылар. Интернатта уҡығанда ла Почет таҡтаһынан төшмәнем. Өфө медицина институтына ла еңел индем. Ниңә гел анһат ҡына һорауҙар бирәләр икән, тип аптыраным. Дауалау факультетын тамамлап, 13-сө дауаханала интернатура үткәндән һуң, 1980 йылда ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләй башланым.
– Тәүге эш көндәрегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Башта ныҡ ауыр булды. Кемгә генә барып инмәйһең, ниндәй генә хәлде күрмәйһең: юл фәжиғәһеме ул, үлтереш-сәнсеш булған урынмы... Ҡаҡшамаҫҡа, үҙ–үҙеңде ҡулға алырға тырышаһың. Шулай әкренләп күнегәһең.
Һәр саҡта ла смена ярым эшләнем. Улым Азат менән ҡыҙым Аделита: «Әсәй, өҫтәмә эшләмә, беҙҙең менән оҙағыраҡ бул, һинән бер нәмә лә һатып алырға һорамабыҙ», – тиерҙәр ине. Хәҙер үкендерә. Уларға тейешенсә иғтибар бүлә алмаһам да, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Улым – Силәбе физкультура академияһының Өфө филиалын, ҡыҙым Өфө медицина университетын тамамланы.
– Ялдарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
– Буш ваҡыттарымда баҡсала булырға, гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә, концерттарға, театрҙарға йөрөргә яратам. Туғандарым, әхирәттәрем күп. Психотерапевт кеүекһең, тип, улар йыш ҡына миңә мөрәжәғәт итә, ниндәйҙер кәңәш һорай. Яҡындарыма ла ярҙамым тейеүҙән оло ҡыуаныс табам. Балаларҙың иң өлкәне булараҡ (ә ағайым үлеп китте), һеңлеләрем Клараға, Кларисаға, ҡустыларым Динарис, Аданис, Рәйескә лә терәкмен.
– Һеҙ бәхетлеме?
– Ауыҙыма ғына ҡарап торған балаларым, минең ролде иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ, әсә булыуҙа күргән, өрмәгән ергә ултыртмаған интернатташым, курсташым менән ҡалған ғүмер юлдарында бергә атлау, яратҡан эшеңдә эшләү мине ысын мәғәнәһендә бәхетле итә.
– Журнал уҡыусыларыбыҙға теләктәрегеҙ?
– Шулай бер ашығыс ярҙам күрһәтергә яңғыҙ инәйгә барып индек. Хәлен һәйбәтләткәс, рәхмәттәрен уҡып, ул асылып китте. «Ғүмер ҡыҫҡа, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, минең хатаны ҡабатлап, кипкән ағастай ҡалмағыҙ. Кеше һүҙенән ҡурҡып, ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ир-атты яҡын ебәрмәнем, кейәүгә лә сыға, әсә, ҡатын да була алманым – ғүмеремде заяға уҙғарҙым», – тип күҙ йәштәренә төйөлдө ул.
Бер кемдең дә ғүмере заяға уҙмаһын. Бөтә гүзәл зат ҡатын-ҡыҙ, әсә, ир ҡатыны булыу бәхетен тойоп йәшәһен.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Флорида ИҪӘНБАЕВА һөйләште

Михаил ПОСТНОВ фотолары.
Читайте нас: