-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2019, 11:52

Маҡсаттар аныҡ, хыялдар яҡты...

Бынан алты йыл элек Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры менән Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы берләшеп, яңы ҙур ижади коллектив барлыҡҡа килә. Өсөнсө йыл уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Харис Зәбих улы Әбдрәхимов етәкләй. Быйылғы Театр йылын стәрлетамаҡтар үҙенсәлекле премьералар, бай йөкмәткеле концерттар менән башлап ебәрҙе. Март айында баш ҡалабыҙ Өфөлә лә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре гөрләп уҙҙы. Талапсан баш ҡала тамашасыһын фәһемле, милли ерлекле сәнғәт өлгөләре менән һоҡландырҙы улар.

«Ашҡаҙар» – яңынан сәхнәлә
Өфөләрҙе иң ныҡ ҡыҙыҡһындырған сәхнә әҫәре республиканың 100 йыллығы һәм башҡорт милли театрының бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы ҡуйылған Башҡортостандың халыҡ сәсәне, башҡорт драматургияһына нигеҙ һалыусы мәшһүр шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» драмаһы (режиссеры – Зиннур Сөләймәнов) булғандыр. Был пьеса башҡорт театры формалашҡан осорҙа уҡ уның репертуарында булып, Стәрлетамаҡ тамашасылары уны 1919 йылда тәүге тапҡыр ҡарай, яратып ҡабул итә һәм бына теүәл бер быуаттан ул ҡабаттан сәхнәгә әйләнеп ҡайтты. Быны республика театр сәнғәтенең тормошонда ҙур мәғәнәгә эйә ваҡиға тип билдәләргә мөмкин.
Ғөмүмән, нисек йәшәй бөгөн театр-концерт берләшмәһе, замандың ҡаршылыҡлы елдәре сәнғәт күген иңләгәндә ауырлыҡтар тыуҙырмаймы, киләсәккә өмөт-ышаныстары ныҡлымы? Әлбиттә, был хаҡта директорҙан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр.
– Берҙәм, эшһөйәр, талантлы коллективыбыҙ халыҡты сәнғәт донъяһына ылыҡтырыу, мәҙәни тәрбиә биреү маҡсатында фиҙакәр хеҙмәт итә, – тип һүҙ башланы берләшмәнең етәксеһе Харис Зәбих улы. – Үткән ижад миҙгелендә тамашасыларыбыҙ иғтибарына өр-яңы алты спектакль һәм егерме бер концерт программаһы тәҡдим иттек. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы проектына ярашлы, Мөхәмәтша Буранғоловтың «Ашҡаҙар» музыкаль драмаһы менән Спартак Ильясовтың романы нигеҙендә «Биғылый» спектаклдәре ҡуйылды. Шулай уҡ филармонияның ижади төркөмдәре әҙерләгән «Урал легендалары» тип аталған мюзиклды халыҡ ихлас ҡабул итте. Быйыл да үҙенсәлекле яңылыҡтар көтөлә. Шуларҙың тәүгеһе Розалия Солтангәрәева ҡуйған «Рух асылы» исемле фольклор тамашаһы булды. Әхиәр Хәкимовтың «Ҡуштирәк» романы буйынса әҙерләнгән премьера ла тамашасылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Быйылғы ижад миҙгеле Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Театр йылына һәм Мос­тай Кәримдең 100 йыллығына арнала. Халыҡ яратып ҡараған «Күңелле йәшәйбеҙ» проектын (ҡуйыусыһы – Руслан Юлтаев) дауам итәбеҙ.
Әлбиттә, һәр театрҙың йөҙөн унда эшләгән актерҙар билдәләй. Республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары өсөн нәшер ителеүсе баҫма булараҡ, беҙҙе әлеге ижад миҙгелендә сәхнәгә ҡуйылған премьераларҙа төп ролдәрҙе башҡарыусы актрисалар, уларҙың үҙҙәре тыуҙырған ижад емештәре тураһында уй-кисерештәре ҡыҙыҡһындырҙы.
Бер быуаттан һуң сәхнәгә ҡайтҡан «Ашҡаҙар»ҙа төп ҡатын-ҡыҙ – Таңһылыу ролен Резеда Әмәкәсова бар тәрәнлегендә асып бирә алды. Уның саялығы, тапҡыр телле булыуы һоҡландырһа, мөхәббәте өсөн көрәше, һөйгәненең яҡты рухы хаҡына һәләкәтле аҙымға бара алыуы тетрәндерҙе. Ә инде Резеданың башҡарыуында «Ашҡаҙар» йыры ғәйәт аһәңле яңғыраны. Был йыр һөйгәне Йомағолдо көтөп ала алмаған ҡатындың саф мөхәббәте, тоғролоҡ хистәре һәм һағышы менән һуғарылған.
– Былтыр апрелдә театр сәхнәһендә ҡайтанан «Ашҡаҙар» ҡуйыласаҡ тип иғлан ителеп, төп ҡатын-ҡыҙ роле миңә ышанып тапшырылғас, бер аҙ ҡаушап ҡалдым. Беренсенән, Таңһылыу – бик үҙенсәлекле образ. Ул – ҡыйыу, сая башҡорт ҡыҙы, һыбай ҙа елдергән, уҡ та атҡан, әйтер һүҙен сатнатып әйтә лә алған. Икенсенән, спектакль барышында халҡыбыҙҙың мәшһүр йырҙарының береһе «Ашҡаҙар»ҙы башҡарырға тейеш инем. Әйтергә кәрәк, ул – ҙур оҫталыҡ талап иткән, ҡатмарлы бөгөлдәрҙән торған халыҡ ижады ынйыһы, шуға күрә бер аҙ тулҡынланыу хистәре лә булды. Әммә үҙем теләгәнсә килтереп сығара алдым, тип уйлайым. Таңһылыуҙың хис-тойғоларын, юғалтыу-һағыштарҙан хасил кисерештәрен бар тәрәнлегендә аңлап, бөтә күңелем менән бирелеп уйнаным, – ти Резеда Әмәкәсова.
Спартак Ильясовтың романы буйынса ҡуйылған «Биғылый» спектакле кеше яҙмышының ил яҙмышы менән ни тиклем бәйле булыуын асыҡ күрһәтте. Төп геройҙарҙың береһе – гагауз ҡыҙы Гөлзада ролен талантлы актриса Зиләрә Юлтаева сәхнәгә сығарҙы.
– Айрат Абушаһмановтың беҙҙең театрҙа берәй әҫәрҙе сәхнәләштереүен күптән теләй инек. Үҙемдең дә күңел түрендә ул ҡуйған спектаклдә уйнау хыялы йәшәне, сөнки Айрат Әхтәм улы һәр нәмәне үҙенсә күрә һәм күрһәтә белә. Уның үҙ теле, үҙ стиле бар, – тип билдәләне Зиләрә. – Спектакль барышында артистар алты-ете телдә һөйләшә. Гагауз ҡыҙы Гөлзада образын башҡарыу бурысы йөкмәтелгәс, был йәһәттән миңә лә етди генә эшләргә, эҙләнергә тура килде. Социаль селтәрҙә ошо милләт ҡыҙҙары менән танышып, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәндем, һөйләмдәрҙе тәржемә итеп, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнөргә тырыштым. Дөйөм алғанда, спектакль баштан аҙағынаса һыҙланыу менән һуғарылған. Әгәр ошо һыҙланыуҙы тамашасыларыма еткерә алһам, тимәк, ниндәйҙер дәрәжәлә үҙ маҡсатыма ирештем, тип әйтергә мөмкин.
Быйыл март айында стәрлетамаҡтар тамашасыларын тағы ла бер үҙенсәлекле премьера менән һөйөндөрҙө: Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған «Ҡуштирәк» спектакле (режиссеры – Айҙар Зарипов) сәхнәгә сыҡты. Ундағы Таңһылыу ролен Әлиә Зарипова уйнаны.
– Таңһылыуҙың холҡондағы ҡайһы бер һыҙаттарҙы үҙемдә лә таныйым. Әҫәрҙе тәүге тапҡыр уҡып сыҡҡанда барыһы ла үтә ябай, аңлайышлы кеүек тойола. Әммә эш барышында улай түгеллеген аңлайһың. Халҡы, уның яҡты киләсәге өсөн бирелеп эшләгән, янып йәшәгән ҡыҙ ул Таңһылыу. Спектаклдә ностальгия, элекке заманды һағыныу тойғоһо көслө. Минең өсөн был образды һынландырыу бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы булды, – тип уй-фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты Әлиә.
Һәр эштә илһам кәрәк
Бөгөн Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе етәкселеге һәм ижади коллектив, заман тамашасыһының зауығын иҫәпкә алып, төрлө әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итә, талантлы режиссерҙар, танылған сәнғәт әһелдәре менән бәйләнеш булдыра. Мәскәүҙән Антон Федоров, Санкт-Петербургтан Максим Соколов, Мос­тай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрынан Мөсәлим Күлбаев, Илдар Вәлиев, Стәрлетамаҡ театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Гөлдәр Ильясова кеүек абруйлы режиссерҙар ҡуйған спектаклдәрҙе тамашасы яратып ҡабул иткән.
Төрлө өлкәләрҙә, Рәсәй ҡалаларында йыш сығыш яһайҙар. Гастролдәр географияһы ла киңәйә. Үткән ижад миҙгелендә артистар Үзбәкстан, Ҡаҙағстан республикаларында, Себер яҡтарында, Дондағы Ростов, Мәскәү, Анапа, Ҡаҙан, Әлмәт ҡалаларында, Һарытау, Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Краснодар крайында, йәғни милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдә булған.
– Һәр эштә илһам кәрәк. Минең девизым: «Берҙәмлектә – көс». Беҙ – бер команда. Юғары һөҙөмтәләргә тик коллектив хеҙмәт менән һәм янып-гөрләп эшләгәндә генә ирешергә мөмкин, – ти Харис Зәбих улы.
Киләсәктә лә шулай берҙәм булып, илһамланып ижад итергә яҙһын Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә. Театр йылы тағы ла ҙурыраҡ уңыш-ҡаҙаныштар килтерһен!

Фотолар – театр архивынан.
Читайте нас: