+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 21:54

“Һылыуҡай-2019” бәйгеһе

“Һылыуҡай-2019” асыҡ республика бәйгеһе Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә. Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын пропагандалау, гүзәлдәребеҙҙең ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижад төрөнә йәлеп итеү – башҡорт һылыуҙары бәйгеһенең маҡсаттары һәм бурыстары ошо.

Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Бәйгегә кастинг март аҙағында үткән. Тәүге турҙа Әлшәй, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ғафури, Илеш, Күгәрсен, Мәләүез, Салауат, Федоровка, Учалы райондарынан, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Салауат, Өфө һәм Мәскәү ҡалаларынан һылыуҡайҙар килгән.
Ҡатнашыусыларға ҡуйылған төп талаптар шунан ғибәрәт: әҙәби башҡорт телендә һөйләшеү, сәхнә мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлыҡ һәм һөйкөмлөлөк, зифа буй-һын. Ҡыҙҙарҙың буйы 168 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш, йәше – 18-ҙән алып 27-гә тиклем.
Кастинг өс турҙан торған. Тәүге турҙа һәр ҡыҙ үҙе, мауығыуҙары тураһында һөйләгән, ниәттәре менән уртаҡлашҡан, шунан жюри һорауҙарына яуап биргән. Икенсе һынау – ижади номер. Һуңғы этап булып дефиле торған. Ошо һынауҙарҙы уңышлы үтеп, финалға үткән 12 ҡыҙҙың исемдәрен атайыҡ: Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы), Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй районы), Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы), Гөлфиә Ҡудашева (Йылайыр районы), Диана Шөғәйепова (Салауат районы), Миләүшә Баязитова (Учалы районы), Алина Ғәзизова (Салауат ҡалаһы), Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Алһыу Хасаева (Сибай ҡалаһы), Сәлимә Солтанғолова (Федоровка районы), Элина Мөхәмәтова (Нефтекама ҡалаһы). “Мәскәү һылыуҡайы-2019” матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при алған Ырымбур сибәре Зилиә Агишева конкурстан тыш финалистар араһына ингән.
Финалға сығыусылар өс аҙна дауамында гала-финалға әҙерләнә. Хореография, вокал, актерлыҡ оҫталығы, дефиле, визаж буйынса белгестәр менән шөғөлләнәләр. Ҡыҙҙарҙың әҙерлек осоро Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында яҡтыртылып бара. Быйыл ҡыҙҙар фотоға төшөү өсөн алыҫ райондарға сыҡмаған, фотосессиялар ҡалала үткән. Сәбәбе – көндәрҙең һыуыҡ тороуында. Һалҡында һылыуҡайҙарыбыҙҙы өшөтөп, ауырытып ҡуйыуҙан һаҡланыҡ, ти ойоштороусылар.
“Бында барыһы ла асыҡ, ихлас, йылы мөхит хөкөм һөрә”, – тип кисерештәре менән бүлешә сибәркәйҙәр. Ойоштороусылар һәр ҡыҙҙың талантлы булыуын билдәләне: кемдер өҙҙөрөп бейеһә, икенселәр һандуғастай тауыш менән йырлай, өсөнсөләр иһә иҫ киткес аналитик һәләткә эйә.
Конкурсҡа йыл һайын яңылыҡтар индерелеп тора. Был юлы ла тамашасыларҙы сюрприздар көтә. 27-се тапҡыр үткәрелгән бәйгелә яңы ҡатнашыусылар менән бер рәттән үткән йылдарҙа финалға сығып та еңеүгә өлгәшә алмаған ҡыҙҙар бәхеттәрен һынай ала. Мәҫәлән, Диана Шөғәйепова 2017 йылда өсөнсө урынға лайыҡ булған. “Күңелемдә тамамлап ҡуймаған эшем ҡалған кеүек тойғо бар, шуны баҫыр өсөн килдем быйыл да”, – ти ул. Зилиә Агишева ла 2017 йылда икенсе урын яулаған.
Бәйгегә арналған матбуғат конференцияһында ойоштороусылар быйыл конкурста көтөлмәгән күңелле мәлдәр буласағын әйтһә лә, “кәрттәрҙе асмай”, уларҙы сер итеп һаҡланы. Шуныһы билдәле: республикабыҙҙың йөҙ йыллығы, 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориада фестивале, Мостай Кәрим ижады темалары иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. “Голос. Перезагрузка” тапшырыуы финалисы Рушана Вәлиева, башҡорт эстрадаһы йырсылары сәхнәне биҙәйәсәк. Жюри составы иһә бәйге башланғансы сер итеп тотола.
Ҡыҙҙар журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Был бәйгелә еңеп, миллион һум аҡса алһағыҙ, ул аҡсаны ни эшләтер инегеҙ?” – тигән һорауға һылыуҡайҙарҙың береһе: “Ауырыу балалар бик күп, уларҙы дауалау өсөн тотонор инем”, – тип, икенсеһе: ”Бәләкәй саҡта атайыма, миллион аҡса эшләһәм, һиңә трактор алып бирермен, тип әйткәйнем – шул вәғәҙәмде үтәрмен”, – тип тәү сиратта яҡындарын, мохтаждарҙы хәстәрләп яуап биреүе күңелде йылытты.
Бәйгенең гала-финалы 27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.
“Һылыуҡай-2019” бәйгеһендә ҡатнашыусыларға бағыусылар матур бүләктәр әҙерләгән. Гран-приға эйә булған сибәркәйгә иһә сит илдә белем алырға мөмкинлек асыласаҡ.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Читайте нас: