+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель 2019, 18:06

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың беренсе бизнес-форумы үтте

Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, иртәнән «Башҡортостан» дәүләт концерт залы халыҡ менән тулды. Күпселеге – эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар. Улар I бизнес-форумға йыйылды. Сараның маҡсаты – Мәскәү эшҡыуарҙарының тәжрибәһен өйрәнеү, яңы эшлекле танышыуҙар булдырырға булышлыҡ итеү ине. Фойела ойошторолған күргәҙмә лә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Форумды Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының тормош иптәше Каринэ Хәбированың асыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Спикерҙар эшҡыуарҙарҙы борсоған көндәлек һорауҙарҙан башлап бизнес-план төҙөү нескәлектәренә, күп сығымдарһыҙ нисек үҙ эшеңде булдырыу һәм уны киңәйтеү хаҡында һөйләне. Сығыш яһаусыларҙың бер нисәүһе – Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй, уңышлы эшҡыуар – ошо ла ҡатнашыусылар өсөн мөһим булды. Улар араһында – «Фармленд» аптекалар селтәре етәксеһе Әҙилә Кальметьева, «Уфа.Собака.ru» журналының баш мөхәррире Элиза Савасина һәм башҡалар бар ине.
Форумда Беренсе каналдың билдәле дикторы Екатерина Андрееваның уңыш серҙәре менән бүлешеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Тап ошондай һөйләшеүҙәр үҙ-үҙеңә, эшеңә икенсе күҙлектән ҡарау, өйрәнелгән түңәрәктән сығыу күптәребеҙ өсөн кәрәк. Яңы мөмкинлектәр асырға булышлыҡ итерҙәй эшлекле осрашыуҙар сарала ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн кәрәкле һәм файҙалы булыуына, республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеренә шигем юҡ.

Елена Добрейкина һәм Альберт Заһиров фотолары.


Читайте нас: