+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2019, 14:16

Республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерелде

Апрель башында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

Газондарҙа парковка өсөн граждандарға – 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә – 5-10 мең һум, юридик берәмектәргә 20-30 мең һум штраф ҡаралған. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк була: граждандарға – 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә – 15-20 мең һум, юридик берәмектәргә – 35-50 мең һум. Башҡа штрафтар өсөн 20 көн дауамында ҡаралған 50 процентлыҡ ташлама был осраҡҡа ҡағылмай.
Газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырылған машиналарҙы махсус эвакуатор хеҙмәте менән алып китеү ҡаралмаған.
Хоҡуҡ боҙоу тураһындағы протоколды һәр районда эшләгән административ комиссия ағзалары төҙөй, штрафты ла улар яҙа. Берәйһенең газонда, балалар йәки спорт майҙансығында машинаһын ҡалдырып киткәнен күргән кешеләр ҙә комиссияға мөрәжәғәт итә ала. Тулы исем-шәрифе, өй адресы, бәйләнеш өсөн телефон һандары яҙылған ғаризалар ғына ҡараласаҡ. Дәлил итеп сифатлы фото һәм видеолар ҙа ҡабул ителә.


Читайте нас: