+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2019, 18:41

“Әсәлек таланттар аса”

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Әсәлек таланттар аса” тип аталған һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәһен үткәрә.

Әсәлек – һәр ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерендә иң бәхетле һәм ижади мәлдәрҙең береһе. Күргәҙмәлә ҡатнашырға бөтә республиканан сабыйы донъяға килеүе бөтә тормошон үҙгәрткән, ә яңы хис-тойғолары һынлы сәнғәттә сағылыш тапҡан әсәйҙәр – һәүәҫкәр рәссамдар саҡырыла.
Күргәҙмәгә төбәк етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғыс биргән. Ул үҙе лә әсәй булғас һүрәт төшөрөү менән мауығып киткән һәм күп фекерҙәштәрен тапҡан.
“Ысынбарлыҡта күп әсәйҙәрҙең тап сабыйын көткән мәлдә йә бәпесе тыуғас һүрәт төшөрә башлауын белеп ҡыуандым. Ә Башҡортостан Республикаһы талантлы кешеләргә бик бай. Мин үҙем булған һәр районда рәссамдар, һәүәҫкәрҙәр менән таныштым. Шуға ла бындай ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү теләге тыуҙы”, – ти ул.
“Әсәлек таланттар аса” күргәҙмәһе махсус белеме булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен күрһәтергә, шулай уҡ яңы таланттар асырға мөмкинлек бирә.
Картиналарҙы акварель, гуашь, пастель, балауыҙ аҡбур, төҫлө йә ябай ҡәләм менән төшөрөргә мөмкин. Үлсәме, темаһы буйынса сикләүҙәр юҡ.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн семьярб.рф сайтына инеп, ҡағиҙәләр менән танышырға, анкета тултырырға һәм электрон хатҡа һүрәттәрҙең фотоларын беркетергә кәрәк. Хатты [email protected]
адресы буйынса почтаға һалырға йә “Семья” үҙәгенә алып барырға була. Ғаризалар
25 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: