+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2019, 18:23

Иң мөһим һорауҙар ҡарала

Баш ҡалабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы дауам итә.

Делегаттар түбәндәге йүнәлештәр буйынса: “Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге”, “Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле: тәжрибә һәм яңылыҡтар”, “Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек”, “Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле”, “Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Башҡорт теле һөнәри һәм юғары белем биреү системаһында: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” тигән майҙансыҡтарҙа йәнле, ҡыҙыу һөйләшеүҙәр бара.

Читайте нас: