Делегаттарҙы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәбрикләүе йыйынға оло мәртәбә өҫтәне. Уның телмәре башынан аҙағына тиклем башҡортса булды. Радий Фәрит улы биш йәшкә тиклем Ишембай районы Һайран ауылында үҫеүе, унан, атай-әсәйҙәре менән ҡалаға күскәс, мәктәптә тик русса һөйләшкәнлектән һәм уҡығанлыҡтан, башҡорт телен яйлап-яйлап онота башлауы тураһында һөйләне. “10 йыл Мәскәүҙә йәшәнем, унда ла аралашыу тик русса булды. Минең кеүектәр меңләгән. Бөгөн миңә 55 йәш, ниһайәт, тыуған илгә, туған телебеҙгә ҡайттыҡ, тип әйтә алам, – тине ул. – Беҙ бергәләшеп бер нисә һорауға яуап табырға тейешбеҙ. Нисек итеп балаларҙы башҡорт теленә һөҙөмтәле өйрәтергә? Бының өсөн ниндәй яңы методикалар булдырырға? Нисек итеп башҡортса һөйләшеү даирәһен киңәйтергә? Был ҙур эште беҙ һеҙҙең менән бергә башҡарасаҡбыҙ”.