Ҙур ҡорға йыйылыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Ноғман Мусин тәбрикләп, уңышлы, илһамлы эш теләне. Тантанала мәғариф уңғандарын хөрмәтләп, уларға тармаҡ наградалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләктәре тапшырҙылар.
Съезда ҡатнашыусылар бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында булып, уларҙың эше менән танышасаҡ, иң яҡшы уҡытыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәрен ҡараясаҡ, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Ике көн дауамында улар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереп, Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерәсәк.
Әсә теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы беренсе тапҡыр ойошторолоуы, ҙур тарихи ваҡиға – Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы йылында, шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан уҙғарылыуы менән уғата әһәмиәтле.