“Юл эксперты” – юлдарҙағы, ихаталарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләүҙе юғары кимәлгә ҡуйыу маҡсатында булдырылған мобиль ҡушымта. Республикала йәшәүсе һәр кем уның ярҙамында соҡор-саҡырҙы бөтөрөүгә заявка ҡалдыра ала.
1.Смартфонығыҙға мобиль ҡушымтаны ҡуйырға, теркәлергә кәрәк. Шунан геолокацияны (телефондың геологик мәғлүмәт еткереү мөмкинлеген) ҡабыҙығыҙ.
2.”Яңы соҡор” тигән яҙмаға баҫығыҙ.
3. Унан инде фотоға төшөрөү мотлаҡ. Кәрәк булһа, аңлатма яҙығыҙ йәки адресын асыҡлап китегеҙ.
4. “Әҙер!” тигән яҙмаға баҫығыҙ.
Артабан заявкағыҙ ҡабул ителеп, башҡарыусыға тапшырыласаҡ. Үтәлгән эш һөҙөмтәһе менән порталда танышырға мөмкин.