+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2019, 12:46

Сәнғәткә арналған ғүмер

Мәктәпте тамамлауға ярты быуаттан ашыу ғүмер үтһә лә, 1962 йылдың йәмле яҙы хәтерҙә ғүмерлеккә уйылып ҡалған... Көндәрҙән бер көндө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лотфулла Абдулла улы Ҡарамышев бер төркөм уҡыусыларҙы йыйып алды ла Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектакленән өҙөктәр бүлеп бирҙе. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн тере легенда булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Лотфулла ағай талантлы ла, талапсан да ине. Оҫта гармунсы Сәғәҙәт Иҫәнғоловҡа – Хәлил, Тәнзилә Хисамоваға – Ғәлиәбаныу, миңә – Исмәғил роле бирелде. Хөрмәтле уҡытыусының ҡушҡан эшен намыҫ менән үтәү өсөн бар донъяны онотоп эшкә сумдыҡ.

Бер нисә көн үткәс, Лотфулла ағай һәр беребеҙҙең эшкә нисек тотоноуын тикшерә башланы. Гармунсы Сәғәҙәт (ул матур итеп йырлай ҙа ине) менән Тәнзилә ролдәрен шул тиклем оҫта итеп башҡарҙылар, беҙ хайран ҡалып ҡарап ултырҙыҡ. Лотфулла ағай ҡулдарын артҡа ҡуйып ишекле-түрле йөрөй, күҙҙәрендә шатлыҡ нурҙары балҡый. Был ваҡытта ул, күрәһең, үҙенең хеҙмәт емешенә ҡыуанғандыр. Беҙҙең ролдәрҙе ҡарап бөткәс, түҙмәне, моңло тауышы менән «Уйыл»ды йырлап ебәрҙе. Бер аҙҙан Лотфулла ағай Тәнзиләгә ҡараны ла: «Танауыңды төшөрмә, һин – буласаҡ артистка!» – тип әйтеп ҡуйҙы. Яратҡан уҡытыусыбыҙ Тәнзиләнең яҙмышын алдан күргән, тиерһең... Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә тамашасыларҙы һөйөндөрөүен дауам итә.
Ысынлап та, Тәнзилә Хисамова бөтә ғүмерен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына арнаны.
...Тәнзилә минең йәштәшем дә, класташым да. Ул 1945 йылдың 4 апрелендә Башҡортостандың Маҡар районы Һайран ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән сос, отҡор, эш һөйөүсән, ата-әсәһенә ярҙамсыл булып үҫә. Һуңыраҡ уларҙың ғаиләһе Байғужа ауылына күсә. Байғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡып йөрөгәндә үк театрҙы яратыуы көслө ине. Ә инде Ишембай ҡалаһында 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый башлағас, сәнғәткә булған һөйөүе тағы ла нығыраҡ арта. Ул, төрлө үҙешмәкәр түңәрәктәр менән генә сикләнмәйенсә, ашҡынып, ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендәге башҡорт халыҡ театрына йөрөй башлай. Тәнзиләнең һәләттәре асылыуға, уның сәнғәт юлын һайлауына театрҙың талантлы режиссеры Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Сайранованың кәңәштәре лә булышлыҡ иткәндер, әлбиттә.
Тәнзилә 1963 йылда мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормайынса, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Билдәле педагог Илшат Йомағолов курсында сәхнә оҫталығы серҙәренә өйрәнә. 1966 йылда училищены тамамлағандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Тәнзилә тәүге ролдәре менән үк тамашасы һөйөүен яулай.
Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһында – Нәркәс, Андрей Ульянинскийҙың «Өлөшһөҙҙәр»ендә – Люба, Ҡадир Даяндың «Таңсулпан» драмаһында Таңсулпан – ул тыуҙырған сағыу образдар күңелдәрҙә хистәр ҡойонон уята.
Актриса еңел булмаған яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образын бик тыныс, аҡыллы, һаҡ, тотороҡло итеп асып һалыу һәләте менән көслө. Әсғәт Мирзаһитовтың «Һалдат улы»нда – Сәғәҙәт, Нәжиб Асанбаевтың «Аҡ сирендәр»ендә – Венера, Хәкимйән Зариповтың «Яуап көнө»ндәге Фәрхиназ ролдәрендә уның тап шундай сифаттары сағыла ла инде.
Ул ижад иткән иң әһәмиәтле образдарҙың береһе – А.Е. Макае­ноктың «Трибунал» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Надя. Тәнзиләнең был роле талапсан тамашасыларҙың, танылған Мәскәү тәнҡитселәренең юғары баһаһына лайыҡ була. Һуңыраҡ Тәнзилә Динислам ҡыҙының репертуарында ҡатмарлы сюжетлы комедия ролдәре урын ала. Улар араһында Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй» комедияһында – Сәмиға, Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй» спектаклендә – Сәлимә, Наил Ғәйетбаевтың «Аты барҙың – дәрте бар»ында Балбикә ролдәре тормошсанлығы, кисерештәр тәрәнлеге менән айырылып тора. Тәнзилә Хисамова «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Миҙал» һәм «Ай ҡыҙы» фильмдарында уйнаны.
Ул шулай уҡ бер нисә поэма авторы ла.
Тәнзилә Хисамованың тынғыһыҙ хеҙмәте республика етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланды. Ул тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 1994 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 1999 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр бирелде. Үҙенең бөтә ғүмер юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына арнаған, башҡорт милли мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Тәнзилә Динислам ҡыҙы Хисамованың артабанғы ижадында уңыштар ғына юлдаш булһын, тип теләйһе ҡала.

Юнир ТИМЕРБУЛАТОВ.
Читайте нас: