+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Апрель 2019, 16:55

Науруз – дуҫлыҡ байрамы

“Әссәләмәғәләйкүм!” – был көндө төрки телле һәр кеше өсөн генә түгел, улар менән быуаттар буйы бергә ғүмер итеүсе башҡа халыҡтарға ла яғымлы һәм аңлайышлы ошо һүҙҙе аҙым һайын ишетергә мөмкин ине.

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Евразия” агропаркында уҙған Науруз байрамы башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, ҡаҙаҡтар, дағстандар һәм республикала йәшәүсе башҡа милләт халыҡтарын йыйҙы. Күркәм тирмәләрҙә, кескенә ихаталарҙа улар үҙ көнитмешен, мәҙәниәтен сағылдырып, телде йоторлоҡ милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә саҡырҙы, дәртле йыр-моңдарын бүләк итте. Һәр ихатала, хуш еҫтәр таратып, ҡолас етмәҫ ҡаҙандарҙа тәмле былау беште. Майҙан уртаһындағы сәхнәнән көнө буйы ағылған төрлө милләттәрҙең йыр-моңо бар тирә-яҡҡа таралды. Бер яҡта ҡурай һәм ҡумыҙ моңона өҙә баҫһалар, икенсе ерҙә ҡарнай һәм сорнай тигән оҙон еҙ торбаларҙа уйнаусыларға ҡушылып, бейергә төштөләр – байрамды күтәрергә тип Үзбәкстандан килеп еткән “Үзбегим” тигән популяр музыка ансамбленең сығыштары күңелдәргә бигерәк тә хуш килде.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаның тәбрикләү һүҙҙәрен майҙан алҡыштар менән ҡабул итте:
– Күп милләтле йәмғиәтебеҙҙә Науруз – төрки һәм фарсы телле халыҡтарҙың ғына түгел, милләтенә һәм диненә ҡарамаҫтан, бөтәһен дә бергә туплаусы тантана. Ул бөгөн беҙгә, үҙ мәҙәниәтебеҙ кеүек үк бай һәм матур, икенсе мәҙәниәт донъяһын асты. Науруз – яҙ, ҡояш һәм шулай уҡ дуҫлыҡ, үҙ-ара ихтирам байрамы. Еребеҙгә алдағы яҙҙар ҙа ошолай изге, тыныс килһен!
Уның һүҙен ҡеүәтләп, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров былай тине:
– Илебеҙ Президенты Владимир Путин: «Башҡортостанда, бер тамсы һыу кеүек, үҙенең мәҙәниәттәр, дин, тел төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән күп милләтле Рәсәй сағыла», – тип һоҡланғайны. Көн менән төн тигеҙләнеп, яҙға сығыуға, сәсеү эштәре башланыуға, тәбиғәт менән бергә хистәр, күңелдәр яңырыуға арналған Наурузда ул айырыуса асыҡ күренә.
Байрам шатлығын уртаҡлашырға шулай уҡ мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, милли-мәҙәни берекмәләр һәм үҙәктәр вәкилдәре, дин әһелдәре һәм башҡа күп ҡунаҡтар килгәйне.
Беҙҙе Наурузда йәштәрҙең айырыуса күп булыуы ҡыуандырҙы. Элекке Советтар Союзы республикаларынан меңдәрсә егеттәр һәм ҡыҙҙар Өфө юғары уҡыу йорттарында белем ала икән. Улар халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәбиәте менән таныштырып ҡына ҡалмайынса, үҙҙәре хаҡында ла ихласлап һөйләне. Мәҫәлән, Аиша Нәбиева тигән алсаҡ тажик гүзәле Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыуы, Тажикстандан ошо университетта кәмендә 300 студент уҡыуы хаҡында бәйән итте. “Йәнә 400-ләп егет һәм ҡыҙыбыҙ медицина университетында ғилем эстәй. Ҡалған юғары уҡыу йорттарында ла һөнәр алыусы йәштәребеҙ бик күп. Ҡунаҡсыл Башҡортостан икенсе тыуған еребеҙгә әйләнде”, – ти һылыу.
Быйылғы тантана былау бешереүсе оҫталарҙың беренсе чемпионаты ойошторолоу менән иҫтәлекле булды. Науруздың төп һыйы ҡабатланмаҫ булған кеүек, номинациялар исемдәре лә үҙенсәлекле ине: “Иң хуш еҫле былау”, “Иң таралып торған былау”, “Яҙғы былау”, “Иң боронғо рецепт”, “Тамашасылар һөйөүенә лайыҡ”, “Журналистар һөйөүенә лайыҡ”, “Табынға үҙенсәлекле биреү”, “Науруз былауы-2019”, “Халыҡтар дуҫлығы былауы”, “Ир-ат әҙерләгән иң тәмле былау”...
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан халыҡ-ара байрам тип иғлан ителгән Науруз республикабыҙҙа егерменсе тапҡыр уҙҙы.

Динар КӘЛИМУЛЛИН һәм Альберт ЗАҺИРОВ фотолары.



Читайте нас: