+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2019, 19:57

Науруз байрамына килегеҙ!

31 мартта баш ҡалабыҙҙа республика “Науруз” байрамы уҙғарыласаҡ. Тап ошо көндә былау бешереүселәрҙең беренсе Өфө чемпионаты ойошторола.

Байрам көндөҙгө 12-лә “Евразия” агропаркы майҙансығында (Халыҡтар Дуҫлығы проспекты, 21) башлана. Теләгән һәр кеше тәмле былауҙан ауыҙ итә ала. Һыйҙы барыһына етерлек бешерәсәктәр – йөҙәр литр һыйҙырышлы ун ҡаҙан әҙерләп ҡуйғандар! Сәмәрҡәнд, Бохара, тажик, үзбәк, әзербайжан былауын килгән ҡунаҡтарҙың күҙ алдында бешереп, тәмләргә тәҡдим итәсәктәр. Һәр оҫтаның үҙе генә белгән сере бар. Хәйер, былау әҙерләргә өйрәнәм тиһәң, улар серҙәрен һис йәшермәй уртаҡлашасаҡ.
Шулай уҡ үзбәктәрҙең “сүмәләк” тигән милли ризығын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашырға мөмкин. “Сүмәләк” – Урта Азия халыҡтарының милли ниғмәте. Борон уны, мул уңышҡа юрап, сәсеү эштәре башланыр алдынан әҙерләгәндәр. Шыттырылған бойҙай ҡушып бешерелгән был ризыҡ йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә икән.
Яҙ байрамында, ғәҙәттәгесә, башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, әзербайжандар, дағстандар – республикабыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтары ҡатнаша.

Вячеслав Стрижевский фотоһы.

Читайте нас: