Өфөлә үткән ““Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау: күп балалы ғаилә – милли идея” тигән түңәрәк өҫтәлдә күмәк ғаиләләр өсөн бик мөһим ошо һәм башҡа һорау-тәҡдимдәр яңғыраны. Федераль кимәлдә күп балалы ғаилә статусын билдәләгән һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә уларға берҙәм социаль ярҙам сараларын тәғәйенләгән хоҡуҡи акт булмауы хаҡында ла әйтеп үтелде. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүселәргә ярҙам тураһында ла һүҙ барҙы. Йәнле һөйләшеүҙе баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡ – Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева алып барҙы. Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәлә республикабыҙ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр, атайҙар, инвалид сабый үҫтереүсе ғаиләләр ҡатнашты.
– Бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһен федераль кимәлдә белгестәр менән ҡарауға сығарасаҡбыҙ, – тине осрашыу аҙағында Светлана Чупшева. – Күп балалы ғаилә илебеҙҙә милли идеяға әйләнергә тейеш. Уға ҙурыраҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур.