“Ауыл хужалығының тотороҡло үҫешенең төп факторы булып, әлбиттә, ауылда хеҙмәт иткән кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү торорға тейеш, – тине Владимир Путин. – Хөкүмәтебеҙ иғтибарын шуға йүнәлтәм: быйыл уҡ ауыл биләмәләре үҫешенең яңы программаһын ҡабул итергә кәрәк, ул 2020 йылдан эшләй башлаһын”.
Президент Хөкүмәткә таҙа, “йәшел” продукция бренды булдырырға ҡушты. Етештереүҙә тик кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ технологиялар ҡулланылырға, ул эске һәм тышҡы баҙарҙа юғары сифат гарантияһына эйә булырға тейеш.