Ил башлығы, дәүләт кешегә ауыр тормош хәленән сығырға ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне. Ярҙамдың һөҙөмтәле бер төрө социаль контракт булыуы мөмкин. Нимә ул социаль контракт? Дәүләт кешегә эшкә урынлашыуҙа, квалификацияһын күтәреүҙә ярҙам күрһәтә. Ғаиләгә ярҙамсы хужалыҡ йәки бәләкәй генә үҙ эшен ойоштороуҙа аҡсалата булышлыҡ итә. Ярҙам һәр осраҡта кешенең тормош хәленән сығып, айырым ҡарап күрһәтелә. Әлбиттә, уға билдәле бер бурыстар ҙа йөкмәтелә: яңынан уҡып сығырға, шуға ярашлы эш табырға, ғаиләһен, балаларын тотороҡло табыш менән тәьмин итергә. Үҙ тормошон үҙгәртергә теләүселәргә социаль контракт ысын-ысындан таяныс булырға мөмкин.