Ил етәксеһе шулай уҡ “һаҡсыл поликлиникалар” форматын үҫтерергә саҡырҙы. Быйылдан Хөкүмәткә, төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибәләргә таянып, һаҡсыл поликлиникаларҙың юғары стандарттарын, уларҙы аттестациялау ҡағиҙәләрен раҫларға, ә икенсе йылда медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм идара итеүселәрҙе яҡшыраҡ эшләргә дәртләндергән механизмдар булдырырға ҡушты. 2021 йылға иң элек балалар поликлиникаларын яңы стандарттарға тулыһынса күсерергә кәрәклеген әйтеп үтте.
“Эш “Һаҡсыл поликлиника” тигән яҙыу элеп ҡуйыуҙа түгел. Иң мөһиме – кешеләрҙең, ниһайәт, үҙҙәренә, һаулыҡтарына ҡарата дәүләт тарафынан ихтирамлы, ысын-ысындан һаҡсыл ҡараш тойоуы”, – тине ил башлығы.
Бынан тыш, ул, 50 йәштән өлкән белгестәр ҙә ауылға йәки бәләкәй ҡалаға күсеп эшләй алһын өсөн, “Ауыл табибы” программаһында йәш буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итте. Ауылға ҡайтҡан табиптарға бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион һум, фельдшерҙарға ярты миллион һум тәшкил итә.
Президент шулай уҡ үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш программаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим итеүен телгә алды. “Алдағы алты йылда был маҡсатта кәмендә 1 триллион һум йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине ул. Һүҙ һөҙөмтәле, ваҡытында дауалауҙы ойоштороу, был ҡурҡыныс сирҙе күп осраҡта сигендергән алдынғы технологияларҙы индереү хаҡында бара.