Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын махсус урындарҙа ғына тупларға мөмкин буласаҡ. Ундай майҙансыҡтарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау талаптарына һәм санитария-эпидемиология нормаларына яуап биреүе мотлаҡ. Ҡалдыҡтарҙы таҙартыу яйланмалары ҡуйылған махсус ҡоролмаларҙа ғына яндырырға була. Бөтә төр ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, шул иҫәптән уларҙы автотранспортта ташыуға махсус лицензия талап ителәсәк. Был ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн күҙәтеү инстанциялары штраф һалырға хоҡуҡлы.