0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2018, 13:21

Ғаилә - ул йомғаҡ кеүек түп-түңәрәк

...Ғаилә - ул йомғаҡ кеүек түп-түңәрәк, йомшаҡ, йылы,.. Мин үҙебеҙҙең ана шул йомғаҡ кеүек ойошоп йәшәгән ваҡытыбыҙҙы ныыыҡ һағынам. Атай, әсәй, балалар. Бер ҡайғы, хәсрәт юҡ. Һәр миҙгелдең үҙ мәшәҡәтен ваҡытында атҡарып, ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап, бәхетле йәшәй инек. Ул ваҡытта тиҙерәк үҫеп, мәктәпкә барырға, мәктәпкә төшкәс, уны йәһәтерәк тамамлап юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ашҡынып, унан инде, кейәүгә сығып, сабыйҙарыбыҙҙы ҡулдарыбыҙға алып ҡыуаныр көндәребеҙҙе көтөп, яҡты хыялдар менән дөрләп, ваҡытты ашыҡтырып, янып йәшәй инек...

Беҙ үҫкәс, түп-түңәрәк йомғағыбыҙ яйлап тарҡала башланы. Берәмләп ғәзиз нигеҙебеҙҙән осоп сығып киттек... Бер ваҡыт өйҙә атайыбыҙ менән әсәйебеҙ генә тороп ҡалды... Шунан йортобоҙ хужаһы мәңгелек йортона, бер йылдан һуң әсәйебеҙ ҙә уның артынан оло юлға сыҡты. Нигеҙебеҙ, ҡасандыр умарталай гөрләп торған йортобоҙ, етемһерәп, буш ҡалды...


Юҡҡа ашыҡҡанбыҙ, ашҡынғанбыҙ, артҡа кире юл юҡ. Ә алға барырға?.. Бик бараһы ла килмәй... Үҙәккә үтеп үткән һағындыра...


Бына шулай, түп-түңәрәк, йомшаҡ, йылы ғына ғаилә йомғағыбыҙ тағалып, таралып бөттө.


Ашыҡма! Бөгөнгө көн, әлеге ошо мәл менән бәхетле йәшә, йылмай, туғандарыңды ярат, яратыл!..
Читайте нас: