0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2018, 16:21

Ҡурған башҡорттары йолаларҙы һаҡлай

Ҡурған башҡорттарының йолалары, ауыҙ-тел ижады, теле, тарихы һәр ваҡыт ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә. Быйыл йәй әҙәбиәтсе Нәркәс Хөббөтдинова һәм фольклорсы Гөлнар Юлдыбаева менән бергә өлкәнең Сафакүл районында комплекслы тикшеренеү алып барырға тура килде. Экспедиция ваҡытында боронғо ҡулъяҙмалар, китаптар менән таныштыҡ, йыр, риүәйәт, мөнәжәт, сеңләү, таҡмаҡ, йомаҡ кеүек халыҡ ижады үрнәктәрен яҙып алдыҡ.

Халыҡ, йолаларын онотмайынса, милли кейем, аш-һыуҙарҙы йәшәтергә тырыша. Унда күргән ҡайһы бер материалдар менән уртаҡлашып үтергә теләйем.
Беренсе көндө туҡтаған йорт хужалары Зөбәйрә менән Динислам Сабировтар беҙҙе күмәс менән һыйланы. «Күмәс» тигән ваҡытта күптәрҙең күҙ алдына ваҡ итеп бешерелгән икмәк килә. Ҡурған яҡтарында иһә был исем менән башҡа ерҙә бишбармаҡ тип йөрөткән ашты атайҙар. Беҙ ашаған ризыҡ ҡаҙ ите менән эре һалманан тора ине. Был төбәктә яҡшы теләк белдереп: «Ауыҙыңа йылы күмәс», – тип әйтелә.
Урал аръяғы башҡорттарының байҡайын (байсауыл) тип аталған изге ағастары булған. Ауылдар янындағы бындай ағасҡа бер кем дә теймәгән. Башҡа яҡтарҙа бындай ағасты байтирәк тә тигәндәр. Абылтай ауылында йәшәгән Ғәлиарыҫлан Сәйетов шундай ырыу ағасы тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте: «Беҙҙең ауылдың осонда үҫте яңғыҙ ҡайын. Йыуан ине. Еләктән ҡайтҡанда туҡтап янында ултырабыҙ, суғырмаҡтарына еләк йәбештерәбеҙ. Ололар берәй нәмә тип әйтте микән. Элек йыл һайын янында һабантуй үткән». Инғәметдин Шәрәфетдинов (Аҡкүл ауылы) әйтеүенсә, бала-сағаһы күп кешегә: «Байҡайын икәнһең һин», – тип әйткәндәр.
Инғәметдин ағайҙың тормош иптәше Фәрзиә Рәхимйән ҡыҙы һөйләүенсә, бала сағында ул бик оҙаҡ ауырыған. Әсәһе, ул шәбәйһен тип, сепрәктән ҡурсаҡ эшләп, ҡырҙа үҫкән йәш талға бәйләп киткән, ти. Бындай ҡурсаҡ себер татарҙарында ла булыуы билдәле. Фәрзиә апай тиф менән ауырыған сағында уны дауалар өсөн ағаһы һыуға ташлаған. Информатор: «Ағайым күлгә ырғытты. Мин сар итеп ҡалдым. Ағайым үҙе һыуҙан сығарып алды. Шунан шәбәйҙем», – тип аңлатты. Был иһә Ҡурған башҡорттары араһында ла һыуҙың ауырыуҙы алып китеүенә ышанғандарын күрһәтә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң таралған йола байрамдарының береһе булған «Ҡарға бутҡаһы» ваҡытында был яҡтың гүзәл заттары ла яланға сыҡҡан, уйын уйнаған, күмәкләп йыйған ҡаймаҡ менән ондан саламай бешергәндәр. Ашағандан һуң ҡалғанын ҡоштарға тип ағас төбөнә һалып киткәндәр. «Ҡарға бутҡаһы»нда 10 – 12 йәшлек ир балалар ҙа ҡатнашҡан.
Элек ирҙәр араһында «Тәкә ашау» тип аталған йола булған. Ауыр эштәрҙән һуң ирҙәр өсөн генә яланда тәкә һуйып, мәжлес үткәргәндәр. Унда тик ир-егеттәр ҡатнашҡан. Әлеге көндә башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәрҙә был йола онотолған кеүек.

Әхәт СӘЛИХОВ.

Ҡурған өлкәһе.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: