-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2018, 19:01

Дуҫ тигәнем ҡара йылан булып сыҡты

«Серҙәш» рубрикаһы тарихы күптәнге журнал уҡыусыларыбыҙға билдәле. Уны шағир Рәми Ғарипов уйлап тапҡан. Баҡтиһәң, халҡыбыҙҙа матур йола бар икән. Күңелдәге иң төпкөл кисерештәрҙе серҙәш тип билдәләнгән кешегә һөйләһәң, уның ғәйепләмәҫенә, хәлеңә инә белеренә, кәңәш алырыңа тулыһынса ышанырға булған. Әле лә ошо йоланы яңыртып, «Серҙәш»те тергеҙергә булдыҡ. «Серҙәш» һеҙҙән хаттар көтөп ҡала!

«Серҙәш» рубрикаһы тарихы күптәнге журнал уҡыусыларыбыҙға билдәле. Уны шағир Рәми Ғарипов уйлап тапҡан. Баҡтиһәң, халҡыбыҙҙа матур йола бар икән. Күңелдәге иң төпкөл кисерештәрҙе серҙәш тип билдәләнгән кешегә һөйләһәң, уның ғәйепләмәҫенә, хәлеңә инә белеренә, кәңәш алырыңа тулыһынса ышанырға булған. Әле лә ошо йоланы яңыртып, «Серҙәш»те тергеҙергә булдыҡ. «Серҙәш» һеҙҙән хаттар көтөп ҡала!


Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә йәшәүсе урта йәштәрҙәге ҡатын мин. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусыларға, бигерәк тә йәштәргә үҙемдең тормошомда булған, йөрәгем аша үткән бер хәлде һөйләгем килә. Кемдер, моғайын, фәһем алыр, кемдер ғибрәт итер.


Беҙ әхирәтем менән мәктәптә башланғыс кластан бергә уҡыныҡ. Шул тиклем дуҫ булдыҡ. Уҡып бөтөп, кейәүгә сыҡҡас та ғаиләләр менән аралашып, айырылышмай йәшәнек. Гел хәлемде аңлап, ауыр саҡта һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора ине әхирәтем. Бөтә серем уға һыйып, һандыҡ эсендәге һымаҡ һаҡланды.


Яҙмыш миңә иң беренсе шәфҡәтһеҙ һынауын ебәрҙе – кинәт кенә ҡаты ауырып киттем. Балаларым бәләкәй, әле береһе лә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫмаған. Ҡатмарлы операция үткәрергә тура килде. Ауыр сир хаҡында диагнозымды белгәс, иң беренсе әхирәтемә шылтыратып иланым. Аңланы, тынысландырҙы, минең менән бергә көйҙө. Уның ире лә сирләп ала ине. Дуҫым да минең менән ҡайғыларын, серҙәрен уртаҡлашты. Бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлай торғайныҡ.

Ғүмер йомғағын шулай тыныс ҡына алға тәгәрәтеп йәшәнек. Ләкин тормош һин уйлағанса ғына бармай, юлын үҙенсә бора ла ебәрә икән. Һис көтмәгәндә әхирәтемдең ире вафат булды. Әлбиттә, яңғыҙын ҡалдырманыҡ, гел эргәһендә булдыҡ. Әйҙәгеҙ, шунда барып киләйек, тиһә, әҙерәк ҡайғыһынан онотолор тип, теләгән еренә алып барҙыҡ. Тыныс­лана биргәс тә ташламаныҡ, ауылда ни йорт тирәһендә йә бер, йә икенсе эше килеп сыға бит. Иремде ярҙамға ебәреп торҙом.


Тиҙҙән үҙемә баш ҡалаға дауаханаға китергә ваҡыт етте. Унда бер ай самаһы булырға тура килде. «Һинең ирең менән әхирәтең араһында нимәлер бар бит, икеһе гел бергә», – сир менән көрәшеп ятҡанда бер көн шундай шылтыратыуҙан шаңҡып ҡалдым. Ышаныуҙан баш тарттым: нисек инде, ул – минең йән дуҫым, ә ирем – йәшләй ҡауышҡан йәрем, иң яҡын кешеләрем!


Осорҙай булып, ҡайтыр көндө көттөм. «Булмаҫ, ялған хәбәр!» – тип типте йөрәгем. Ләкин ишекте асып инеү менән иремдең үҙгәреү генә түгел, икенсе кешегә әйләнгәнен аңланым. Ул мине лә, балаларҙы ла, өйҙәге эштәрҙе лә күрмәне. Күҙе тамам томаланғайны. Теге ҡатын шылтыратыуы була, юҡ сәбәпте бар итеп сығып китеү яғын ҡарай. Ә миндә улар ҡайғыһы түгел, йөрәкте һаҡлау, тыныслыҡ мөһим. Әжәлде еңер өсөн көс табып, балаларым өсөн йәшәргә кәрәк ине.

Нисек кенә булмаһын, ирегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ хаҡында дуҫтарығыҙға һөйләмәгеҙ, сөнки һүҙегеҙҙе үҙегеҙгә ҡаршы файҙаланыуҙары ихтимал. Әгәр ҡатын-ҡыҙ әхирәтенең ирен уға ҡаршы ҡотортһа, ир кеше үҙ ефетенән ғәйеп эҙләй башлай, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Өйҙә татыулыҡ китә, ир менән ҡатындың араһы боҙола. Ә әхирәт тап шул ваҡытта йәнәшәлә булып сыға икән. «Ҡыйырһытылған» ғаилә башлығының ҡайғыһын уртаҡлаша, уны йыуата. Кеше бәхетен емереп, үҙ тормошон ҡороу өсөн ундай бисәләр барыһын да эшләргә һәләтле.


Ләкин һәр нәмәнең аҙағы бар, түҙемлектең дә. Дөрөҫөрәге, былай күҙ йомоп йәшәүҙең төптө дөрөҫ түгеллеген төшөнөргә һәм, ниһайәт, сик ҡуйырға аҡылым етте.


«Ни өсөн һиңә ғаиләм, минең балаларымдың күҙ йәше кәрәк булды?» – тигән һорауыма хаяһыҙ яуап ишеттем: «Ирең мине һайлағанға мин ғәйеплеме?!» Йөрәктән сыҡҡан ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәнем уға. Аңлар тинем, юҡ, киреһенсә, иремә мине яманлап һөйләүен дауам итте. Ул ғына ла түгел, күршеләр, туғандар аша шылтыратып саҡыра башланы. Гел иремдән нимә өсөндөр аҡса һораны. Дуҫ тигәнем ҡара йылан булып сыҡты.


Был һөйләшеү ярҙам итмәгәс, ҡаҡшамаҫ ныҡ ҡарарға килеп, иремде һайлау алдына ҡуйҙым. «Улай ныҡ яратҡас, тотмайым! Йә ҡалаһың, йә китәһең!» – тиеүемдән ул тәүҙә ҡаушап ҡалды. Шым ҡатынынан ундай тәүәккәллек көтмәгәйне. Аҙаҡ һушына килде: «Башыма тай типмәгән дә. Минең менән йөрөгәс, өҫтөмдән дә йөрөйәсәк. Бер ҡайҙа ла китмәйем, ҡалам», – тине.


Сабыйҙарым, теге саҡта айырылышыу тураһында һүҙ күтәргәс: «Атайһыҙ йәшәп буламы ни?!» – тигәйне. Шул балалар тотҡа булып ҡалды ла инде. Хәҙер баҫылдылар һымаҡ.


«Барыбер үлер ҙә донъя үҙемә ҡалыр», – тинеме икән минең ҡаты сиремде белгән ул ҡатын? «Үлмәгән хәлдә, ире менән ғишҡым ғүмер буйы дауам итер», – тип уйланымы икән әллә, аңламайым. Үҙ иренең тупрағы ла һыуынмайынса, кеше йәрен тартып алып, ҡуйынына сумған бисә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре алдында абруйын төшөрҙө, бар халыҡ ҡаршыһында насар исемен сығарҙы. Яман аты мәңгелеккә йәбешеп ҡалды.


Мин, Аллаға шөкөр, балаларым менән уйнап-көлөп йәшәйем, ә ул әле һаман ир эҙләй, олоғайып барған көнөндә шул юлда йөрөй.

Вәзирә Айытбаева.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: