Йәшеллеккә күмелгән баҡсаларында табын ҡорорға булып китте Гөлфиә. Бергәләшеп ҙур өҫтәл сығарып ҡуйҙылар, талғын ғына ҡайнаған еҙ самауырҙың күңелле гөжләүе йәнде иретерҙәй наҙлы йылылыҡ менән сорнаны, ошо йәмле гүзәллеккә балаларҙың ихлас көлөүе лә ҡушылып, күңелдә ниндәйҙер ҡабатланмаҫ моң тыуҙырҙы. Бәхет тигәне ошо түгелме ни?! Ул шым ғына ҡыҙҙары артынан күҙәтте, эй маһир ҙа инде үҙҙәре. Бына Алинаһы сынаяҡтарҙы ҡупшы ғына итеп өҫтәлгә теҙҙе, тәмле сейә ҡайнатмаһы, кәрәҙле бал һалынған семәрле быяла һауыттарҙы тотоп сыҡҡан Эльзаһының да етеҙ, әммә ипле нәзәкәтлек менән һуғарылған һәр хәрәкәтенә һөйөнөп, һоҡланып ҡараны әсә. Ҡулдары килешеп тора бит әле! Донъяларын нурлы иткән, тормошона мәғәнә, ҡот өҫтәгән балаларына, һынай-һынай барыбер бәхеткә алып сыҡҡан яҙмышына риза Гөлфиә. Ире Арслан да ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора, ҡатынының һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер. Балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү менән бергә яҡындарын ҡәҙерләргә, тоғролоҡло һәм маҡсатлы йәшәргә, яҡты ниәттән баш тартмай алға атларға өйрәтә атай менән әсәй. Үҙең өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү, юҡ-барға илтифат итмәй, шәфҡәтлелек нуры сәсеү йәнде лә, тәнде лә нығытҡан, үҫешкә этәргән оло асыл икәнен үҙ тормош миҫалында татыған мөләйем ҡатын...
Бәләкәстән хәстәрлекле һәм шәфҡәтле йәнле Гөлфиә урта мәктәпте тамамлағас, Белорет медицина училищеһының фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә документтарын тапшыра. «Әсәйем ҡул эштәренә оҫталығымды күреп, тегенсегә уҡырға өгөтләһә лә, мин ныҡышып медицина юлын һайланым. Әле лә дауалау, кәңәш биреү, яҡташтарымдың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, ғөмүмән, һайлаған һөнәрем үҙемә ныҡ оҡшай. Тәбиғәтемә тап килгән, йәнемде байытҡан эшем менән ҡәнәғәтмен, кешеләргә изгелек ҡылһам, күңелем үҫә. Бүләк бирһәм, үҙем шатланып туя алмайым», – тип йылмая Гөлфиә Сабирйән ҡыҙы.
Медицина училищеһында уҡыған сағында һабаҡташы – армиянан яңы ғына ҡайтҡан Арслан менән дуҫлашып китә. Һәр ваҡыт ҡурсаларға, яҡларға тырышыуы, етдилеге менән баһадир йәнле егет шундуҡ күңелен яулай йәш ҡыҙҙың. Мөхәббәтле ике йөрәк тиҙҙән гөрләтеп туй яһай. Училищены тамамлағас та, Ғәлиуллиндар ғаиләһен йүнәлтмә буйынса Дыуан районына эшкә ебәрәләр. Шунда тәүге улдары Алик донъяға килә. Ләкин һағыныу тойғоһо тынғылыҡ бирмәй. Дүрт йылдан йәштәр Арсландың тыуған төйәге – Бөрйән районының Аҫҡар ауылына ҡайтып төпләнә. Атай-әсәй ярҙамы менән яңы йорт һалып инәләр. Ғаиләләрен ишәйтеп ҡыҙҙары Алһыу, улдары Ғилемдар тыуа. Тормоштары яйланып ҡына барғанда оптимизация һөҙөмтәһендә ире эшһеҙ ҡала, үҙенең дә эш сәғәтен кәметәләр. Был көтөлмәгән хәл Ғәлиуллиндарҙы хафаға һала. Ире башҡа ерҙәргә лә йөрөп эшләп ҡарай, әммә алға китеш тойолмағас, кире ауылға ҡайта. Гөлфиәнең еңгәй тейешле кешеһе шунда бик кәрәкле кәңәш бирә: «Һеҙ Арслан менән матур пар, күңелдәрегеҙ таҙа, егәрлеһегеҙ, үҙең иҫ китмәле изгелекле. Көсөгөҙҙө, йөрәк йылыһын юҡ-бар һыҙланыуға тарҡатмағыҙ, ошоғаса бер маҡсаттан йәшәнегеҙ, хәҙер ҙә бер изге ниәткә егелергә ваҡыт. Тап һеҙҙең хәстәргә, һөйөүгә мохтаж балалар хаҡында әйтәм», – ти ул.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2018) һанында уҡығыҙ.