+11 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентября , 04:44

Журналистар өсөн брифинг үтте

Һайлауҙың өсөнсө көнөндә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов  тәүге ике көнгә йомғаҡ яһап, журналистар менән осрашты.

Журналистар өсөн брифинг үттеЖурналистар өсөн брифинг үтте
Журналистар өсөн брифинг үтте

- Бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Тәүге ике көн тыныс шарттарҙа, ойошҡан рәүештә үтте. Бының өсөн хоҡуҡ һаҡлаусыларға, МЧС хеҙмәткәрҙәренә юғары кимәлдә ойошторолған хәүефһеҙлек өсөн ҙур рәхмәт. 14 сәғәткә тиклем үҙ һайлау участкаларына килә алмаған кешеләр - ололар, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр - шылтыратып, өйҙә тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын саҡырта ала, - тине ул. Рәйес белдереүенсә, Башҡортостанда 15800 күҙәтеүсе эшләй, уларҙың туғыҙ меңе сәйәси партияларҙан, 370-е кандидаттарҙан. Республикала халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә бар. Улар  Төркиә, Бразилия,Германия, Индонезия, Мадагаскарҙан килгән. 

Динар Кәлимуллин фотоһы

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас